Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
22 Июль 2021, 15:26

Буласаҡ табиптарға юл асыҡ

Ошо йәштәр араһында Сабирйәнов Илвир Рауил улы ла бар. Ул терапия һәм хирургия бүлектәрендә практика үтә.

Буласаҡ табиптарға юл асыҡ
Буласаҡ табиптарға юл асыҡ

Нуриман районының халыҡ мәшғүллеге үҙәге үҙенең сайтында кәрәкле һөнәр эйәләре тураһында белешмә биреп тора. Уларҙың мәғлүмәттәренән күренеүенсә, төрлө хужалыҡ тармаҡтарына талап ителгән төҙөүселәрҙән, ашнаҡсыларҙан, ауыл эшселәренән тыш күп кенә район мәктәптәрендә уҡытыусылар етешмәй, шәфҡәт туташтарына, юғары квалификациялы табиптарға ҡытлыҡ бар.

Райондың һаулыҡ һаҡлау системаһы һуңғы йылдарҙа йылдам үҫешә, быны инҡар итеп булмай. ФАП – тар яңы биналарға күсә, дауаханаларҙа заман талаптарына ярашлы төҙөлөш һәм ремонт эштәре алып барыла, төрлө медицина ҡорамалдары ҡайтарыла. Медицина кадрҙарының етешмәүенең  төп сәбәбе - торлаҡ мәсьәләһе. Әлбиттә, һәр йәш белгес башта йәшәү шарттары тураһында уйлай, айырым фатир, йә булмаһа өй хаҡында хыяллана. Район хакимиәте һәм дауахана етәкселеге тарафынан әлеге ваҡытта махсус йүнәлтмә, йә үҙ иҫәбенә белем алыусы медицина университеты студенттары менән хеҙмәттәшлек алып барыла. Үҙәк дауаханала улар йәйге каникулдар осоронда ваҡытлыса эш менән тәьмин ителә, практика үтә.

Июнь айында дауаханала дүрт буласаҡ табип эш башлаған, июлдә тағы ла йәштәрҙең килеүе көтөлә. Улар “Тиҙ ярҙам”  хеҙмәтенә, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү һәм башҡа бүлексәләрҙә тәжрибә туплаясаҡ.

Ошо йәштәр араһында Сабирйәнов Илвир Рауил улы ла бар. Ул терапия һәм хирургия бүлектәрендә практика үтә. Илвир 2012 йылда Красная Горка  мәктәбен тамамлағас, уҡыуын Бөрө медицина һәм фармацевтика колледжында дауам итә. 4 йыл уҡып, дипломлы белгес сифатында бер йыл район үҙәк дауаханаһында эшләй. Юғары белем тураһында хыялланған егет Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетына уҡырға инә. Быйыл буласаҡ балалар табибы 4 – се курсты тамамлаған. Дауахана хеҙмәткәрҙәре өсөн Илвир Рауил улы күптән инде үҙ кеше. Уны яраталар, хөрмәт итәләр. Спорт менән дуҫ булған, белемле, алсаҡ егеттең абруйы бар был коллективта.

Буласаҡ табиптың тыуған яғына ҡайтыуына өмөттәр ҙур. Ҡыҙылъярҙа уның ата – әсәһе, туғандары, дуҫтары йәшәй.

 Ә ғөмүмән алғанда, кадрҙар мәсьәләһен  тыуып – үҫкән еренә, яҡташтарына битараф булмаған, үҙенең районы өсөн кәрәк икәнен тойған йәштәр генә хәл итә ала, минеңсә.

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: