Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
29 Июль 2021, 12:03

Байрам кәйефте күтәрҙе

Иҙәк ауыл хакимиәте башлығы Айһылыу Хәйруллина әйтеүенсә, халыҡ тырыш, әүҙем булған һайын бындай байрамдар ойошҡанлыраҡ, күңеллерәк үтә.

Байрам кәйефте күтәрҙе
Байрам кәйефте күтәрҙе

Ауыл байрамына йыйылған халыҡты байрамса кәйеф, моңло йыр - бейеүле йылы мөхит, яҡын аралашыу һәм тәмле былау берләштерҙе.
Оҙаҡ йылдар күрешмәй, бер - береһен һағынып ҡайтҡан ауылдаштар йылдар дауамында үткән хәл - ваҡиғаларҙы барланы, йәшлек хәтирәләренә лә бирелде.
- Тыуған ауылға, ғәзиз тупраҡҡа, ата - бабаларыбыҙ нигеҙенә шатланып та, ҡанатланып та ҡайттым. Ошонда үткән бала сағым, йәштәштәрем һәр саҡ иҫтә. Бөгөн байрамға ҡайтҡандары менән дә ихлас аралаштым, - тип һөйләне Ләбибә Әғзәмова.
Иҙәк ауыл хакимиәте башлығы Айһылыу Хәйруллина әйтеүенсә, халыҡ тырыш, әүҙем булған һайын бындай байрамдар ойошҡанлыраҡ, күңеллерәк үтә. Тап бына Благовещен районының Яңы Меңйетәр ауылы халҡы ла был йәһәттән һәр саҡ алдынғы.

Байрам кәйефте күтәрҙе
Байрам кәйефте күтәрҙе
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: