Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
29 Июль 2021, 12:18

Хеҙмәткәрҙәр вакцинациялауҙа әүҙем

Өфө районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре замана сире - ковидҡа ҡаршы прививканы әүҙем яһата.

Хеҙмәткәрҙәр вакцинациялауҙа әүҙем
Хеҙмәткәрҙәр вакцинациялауҙа әүҙем

Өфө районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре замана сире - ковидҡа ҡаршы прививканы әүҙем яһата.
Сирҙең ни тиклем ауырлығын белгән, күп таныш-белештәрен, туғандарын юғалтҡан халыҡ аңлы рәүештә прививканың 2 компонентын да ваҡытында эшләтеү яҡлы. Зубов ауыл хакимиәте башлығы Рим Мотағолов сирҙең ни тиклем ауырлығын үҙ елкәһендә татып, хәләл ефете Миңзилә Әлим ҡыҙы ярҙамы менән аяҡҡа баҫҡас, бер һүҙһеҙ вакцинациялауға барған. Уның ике компонентын да еңел генә үткәргән.
Өфө район Советы Секретары Валентина Сергеева ла прививка яһатыр алдынан бик етди уйлаған. Шулай ҙа был мөһим эш - вакцинациялауға риза булған.
"Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар" тигәндәй, вакцинация яһатыу һәр кешенең үҙ ихтиярында тиһәк тә, был урында һәр кемгә уйланырға урын бар.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: