Йәйғор
+10 °С
Ясно
Әҙәби күстәнәс
2 Августа 2021, 06:54

Ҡасаба матурлана

Әлеге мәлдә ошо иҫке барактарҙа йәшәгән ғаиләләргә яңы йәшәү урыны бирелеп, был иҫке биналар тулыһынса һүтелгән һәм уның территорияһында төҙөкләндереү эштәре дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡасаба матурланаҠасаба матурлана
Ҡасаба матурлана

Күптәр Шишмә ҡасабаһындағы Ғиззәтуллин урамында урынлашҡан өс иҫке барактарҙы иҫләйҙер. 1950 йылда төҙөлгән был биналарҙа башта райондың элемтә үҙәге урынлашһа, артабан ул биш ғаиләгә торлаҡ итеп бирелеп, ҡулайлаштырылған булған.

Әлеге мәлдә ошо иҫке барактарҙа йәшәгән ғаиләләргә яңы йәшәү урыны бирелеп, был иҫке биналар тулыһынса һүтелгән һәм уның территорияһында төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Ғиззәтуллин урамын үҙгәртеп ҡороу маҡсатынан башланған барса эштәрҙе “Йәм” йәмғиәте башҡара. Төҙөлөш сүп – сарын улар йәмғиәт техникаһы һәм эшселәре менән әүҙем үтәй.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас