Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
3 Август 2021, 09:18

Иң мөһиме – яҡындар һау булһын!

Пандемия башланған ваҡыттан алып бөгөнгәсә предприятиела коронавирус инфекцияһы менән 168 кеше ауырыған. 

Иң мөһиме – яҡындар һау булһын!
Иң мөһиме – яҡындар һау булһын!

Марсель Мөхәмәтов, «ПОЛИЭФ» акционер йәмғиәте хеҙмәткәре, «ГамКовидВак» вакцинаһының икенсе компонентын яһатҡан. Был йәш ир әйтеүенсә, туғандары һәм яҡындарының һаулығын ҡайғыртыу маҡсатынан ул прививка яһатырға ҡарар иткән.

«Прививканы күптәр сағыштырмаса еңел үткәрә. Ҙур булмаған тән температураһы күҙәтелә, прививка яһатҡан урын һыҙлай. Ә ауыр осраҡтарҙа теләгән һәр хеҙмәткәр здравпунктҡа мөрәжәғәт итә ала. “ПОЛИЭФ” та «Спутник V»,«КовиВак» препараттары менән 64 % вакцинация үтеүселәр араһынан әлегә ундай ауыр осраҡ бер ҙә теркәлмәне, - тип һөйләне предприятиеның һаулыҡ һаҡлау буйынса менеджеры Олег Богородский.

Пандемия башланған ваҡыттан алып бөгөнгәсә предприятиела коронавирус инфекцияһы менән 168 кеше ауырыған. «Заводыбыҙ тере организм булараҡ, көн дә бер туҡтауһыҙ эшләп торғас, беҙҙең етәкселек коллектив иммунизация өсөн күп көс түгә, цехтарҙа аңлатыу эштәре алып бара. Тик һау – сәләмәт коллектив ҡына алдына ҡуйылған барса эштәрҙе лә атҡарып сыға аласаҡ. Пандемия осоронда дүрт смена урынына тик өс смена ғына эшләгәс, заводтағы хеҙмәткәрҙәргә ике кешенең эшен үтәргә тура килде. Тап ошо ауыр мәлдә был хәлдәрҙән етәкселекте лә, хеҙмәткәрҙәрҙе лә тик вакцинациялау ғына ҡотҡарасағын аңланыҡ. Бөгөн теләгәндәр прививканы эш урынында яһатыу мөмкинлегенә эйә. Благовещен үҙәк район дауаханаһынан айына дүрт тапҡыр ойошторолған күсмә вакцинациялау беҙҙең хеҙмәткәрҙәргә бик уңайлы һәм ваҡытлы», - тип хәбәр итте Олег Максимович.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: