Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
3 Август 2021, 09:13

Уҡытыусы үҙен һәм тирә яҡтағыларҙың һаулығын һаҡлау маҡсатынан прививка яһатҡан

Табиптар ҡушҡанды үтәһәң, бар булған симптомдарҙы ла еңел үткәрергә була

Уҡытыусы үҙен һәм тирә яҡтағыларҙың һаулығын һаҡлау маҡсатынан прививка яһатҡан
Уҡытыусы үҙен һәм тирә яҡтағыларҙың һаулығын һаҡлау маҡсатынан прививка яһатҡан

“Мин уҡытыусы булыуым менән уҡыусыларыма һәр яңы башланғыста оло миҫал булып торам», - ти Ирина Георгиевна. Уҡытыусы үҙен һәм тирә яҡтағыларҙың һаулығын һаҡлау маҡсатынан прививка яһатҡан. Был ҡарары менән ул беренсе һәм дөрөҫ аҙым яһаған.

«Прививка яһатыу теләгемде иң башта табиптар өс аҙнаға сикләне. Икенсе тапҡыр уларға мөрәжәғәт иткәйнем, дауаханала вакцина булманы. Ниһайәт, июль аҙағында вакцинаның беренсе компонентын эшләтеүгә өлгәштем. Был аҙымға барыр алдынан күп уйландым, табиптар менән кәңәшләштем, вакциналар тураһында күп мәғлүмәт менән таныштым. Шунан яҡындарымдың да, эргәмдәге кешеләрҙең дә, үҙемдең дә һаулығымды ҡайғыртыу миңә вакцина эшләтеүгә этәргес бер көс булды.Был эшкә мин бик етди һәм үлсәп ҡараным. Медицина хеҙмәткәрҙәренең дә эшенә яуаплы ҡарауы мине был осраҡта бер аҙ тынысландырҙы. Вакцинациялау алдынан улар хәл торошомдо тулыһынса ҡараны: тән температураһын, сатурацияны тикшерҙе, тамаҡты ҡарап, тын алышын да тыңланылар. Прививканан һуң әҙерәк хәлем бөтөп, тән температураһы күтәрелеп, прививка урыны бер аҙ һыҙлап торһа ла, тиҙ генә аяҡҡа баҫтым. Табиптар ҡушҡанды үтәһәң, бар булған симптомдарҙы ла еңел үткәрергә була».

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: