Беҙҙең өйҙөң йәме – балалар өсөн тәғәйенләнгән, китап кәштәләре лә кескәйҙәрҙең буйы етерлек итеп эшләнгән, рәсем төшөрөү өсөн өҫтәл бар, интерактив таҡтала республика буйлап сәйәхәт тә итергә була.
Әҙәби музей менән конференцзал радиоаппаратура һәм интерактив трибуна менән йыһазландырылған. Шишмә районының шәхестәре Зыя Камали, Сәйфи Ҡудаш, Фәриҙә Ҡудашева, Мостай Кәрим һ.б. тураһында ла төплө мәғлүмәт алырға мөмкин. Насар ишетеүсе һәм күреүселәр өсөн дә махсус ҡулайламалар бар, электрон китаптар башҡорт телендә.
– Китапханаға ике меңдән артыҡ QR-кодлы китап килде, хәҙер китап уҡыусылар менән яңы программа – электрон китап уҡыусы билеты аша эш итәбеҙ, – ти китапхана мөдире Гөлфинә Ямалетдинова. – Халыҡ бик күп йөрөй, уҡыусы балалар, хаҡлы ялдағылар ҙа әүҙем. Сит райондарҙан килеүселәр байтаҡ, – тип һүҙен дауам итә Гөлфинә.
– Райондың «Илһам шишмәләре» ағзалары ла китапханала эш сәфәре менән булып, күреп ҡайтты. – Бай эстәлекле урын, ысын әкиәт донъяһына эләккәндәй булдыҡ, – ти әҙәби түңәрәк ағзаһы Әлфирә Мараҡаева. Ул үҙенең Новотроицк ауылы мәктәбендә эшләгәндә, Мостай Кәрим менән осрашыуҙар ваҡытында бергә төшкән фотоларын китапханаға бүләк итте.
Ғәлиә Арыҫланова, Зөлфирә Хәйруллина, Лилиә Сәлихова һәм башҡалар үҙҙәренең шиғырҙарын уҡынылар. Халиҙә Улямаева ла хәтер һандығын асты, Мәйсәрә Нисаева ла үҙенең ижады менән таныштырып үтте. «Илһам шишмәләрен» етәкләп инде нисә йылдар ижадҡа илһамландырып, әйҙәп йөрөүсе Сәлимә Байбуринаға рәхмәттәрен еткереп, Гөлфинә Ямадлетдиноваға эшендә уңыштар теләп, тағы ла яңы әҫәрҙәр ижад итергә илһамланып ҡайттылар был сәйәхәттән.