

Иртә таң менән
Һәр яңы көн беҙҙең өсөн әтәстәр менән бергә башлана. Беҙҙең күп фатирлы йорт эргәһендәге шәхси өйҙәр, шуға иртәнге тынлыҡтың нимә икәнен белмәйбеҙ. Биш айлыҡ сабыйым да әтәстәр серенадаһына ҙур теләк менән ҡушыла.
Йыуынып алғандан һәм бер сынаяҡ кофенан һуң тылсымлы ритуал ваҡыты етә — яратҡан тормош иптәшем өсөн иртәнге аш. Уңышлы эш көнө өсөн тәмле иртәнге аштың ни тиклем мөһим икәнен беләбеҙ бит. Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ аш-һыу бүлмәһендә, йәшелсә һәм тост менән омлет әҙерләйһегеҙ, ә сабый шул ваҡытта мауығып китеп уйнай. Романтик комедия күренештәре кеүек яңғырай, шулай бит?
Иртәнге аш әҙер булғас, ғаилә башлығын уятырға ваҡыт. Иртәнге сәғәт 6-ла уяныу өсөн иң яҡшы ваҡыт түгел, әммә кәрәк. 6.30 сәғәттә улым менән икәү ҡалабыҙ. Алда мажаралар, көлөүҙәр һәм, әлбиттә, бәләкәй еңеүҙәр менән тулы көн. Донъяны минут һайын танып белергә әҙер булған улым янымда булғанда, моңайы утырырға ваҡыт юҡ…
Бөгөн балам иртәрәк йоҡларға ҡарар итте – 7.30 сәғәттә. Мин уны карауатҡа һалдым да, бер аҙ ял итергә булдым. Телефонымды алып, минең кеүек декрет ялында булған әхирәттәремдең хәлдәрен белеп алғас, аш-һыу өҫтәле артында уңайлы урынлашып, үҙемә хуш еҫле сәй яһап, ҡулыма китап алдым. Шул ваҡытта ишек ҡыңғырауы яңғыраны.
Ишек төбөндә шәфҡәт туташы тора. Мин аптырап ҡалдым: ул, ғәҙәттә, үҙе килмәй, ә телефон аша шылтырата. Әммә, тормош - ул кино түгел һәм сюрприздар булып тора.
- Ниңә дауаханаға килмәйһегеҙ? - тип ҡаты һораны шәфҡәт туташы.
Мин, бер аҙ ҡаҡшап ҡалдым, бөтә кәрәкле анализдарҙы шәхси клиникала тапшырҙыҡ һәм белгестәрҙә булдыҡ, тип яуап бирҙем. Әммә шәфҡәт туташы ныҡышмалы булып сыҡты.
- Һәр хәлдә, һеҙгә участка педиатрына барырға кәрәк, - тине ул.
Мин, мөмкинлегебеҙ булғанда, мотлаҡ педиатр янына инергә вәғәҙә бирҙем. Хушлашҡандан һуң, шәфҡәт туташы китте, ә мин сәй һәм китабымды ҡулыма яңынан алдым, ҡайһы берҙә иртә бик көтөлмәгән һәм күңелле була икән, тип уйланым.
Бер йотом сәй эсеп тә өлгөрмәнем, ишек ҡыңғырауы тағы яңғыраны. «Шәфҡәт туташы яңынан боролоп килде», - тип уйланым. Әммә юҡ, ишек төбөндә бәләкәй генә, ҙур күҙле һәм ялтыр башлы ир тора. Ул үҙен Дмитрий тип таныштырҙы һәм шунда уҡ миңә ниндәйҙер банк картаһын тәҡдим итә башланы.
Миңә был кәрәкмәй, тип әҙәпле генә аңлатып бирҙем, әммә ул үҙ продуктының өҫтөнлөктәре тураһында һөйләүен дауам итте. Аңламағас, мин уны башҡортса әрләп алдым. Ир өндәшмәне, хатта бер аҙ уңайһыҙланып ҡалды.
Иртәнсәк мин ирем алып сығырға онотҡан сүп-сар пакетын алып, Дмитрийға тапшырҙым. «Һеҙҙең бишенсе ҡатҡа күтәрелеүегеҙ юҡҡа булмаһын, - тинем мин, - ниндәйҙер файҙа булыр». Ул баш тартмай ғына пакетты алды. Пакетты сүп-сар контейнерына ташлауын раҫлау өсөн тәҙрәнән ҡарап торған ваҡытта, телефон шылтыраны.
Иң яҡын әхирәтем буласаҡ ҡоҙағыйының юбилейына Сибайға барасағын хәбәр итте. Төрлө хәбәрҙәргә мауығып, хатта ярты сәғәт үткәнен дә һиҙмәгәнмен! Шул мәлдә сабыйым уянды.
Өҫтәлдә һаман тәгәстә инде һыуынып бөткән сәйем тора һәм китабым ята…
Төш ваҡыты
Улымды ашатып, өҫтөн алмаштырып, бер аҙ уйнап алғансы, төш ваҡыты ла килеп етте. Мин үҙемдең иртәнән бирле ашамағаным иҫемә төштө! Күкрәк һөтө имә бит күҙ нурым, ашарға кәрәк... Бәпесемде ҡулыма алып, кисә бешергән һурпаны йылытып тиҙ генә тамаҡ ялғап алдым.
Әсәйемә лә шылтыратырға кәрәк, юғиһә ул беҙҙең менән берәй хәл булған тип борсола башлай. Күҙ алдына килтерегеҙ, әллә нисәме мең уйҙар - фантазиялар парады!
Өлкән балалар хәҙер ауылда өләсәһендә. Уларға ла шылтыратып алырға булдым. Малайҙар мажараларын шундай күңелле итеп, ярыша-ярыша һөйләнеләр.
Социаль селтәрҙәр тураһында ла онотманым. Иң тәүҙә мин яңылыҡтар таҫмаһын ҡарап сыҡтым. Һуңынан - фотолар.
Тышта болотло, алыҫта йәшен йәшнәне. Ямғыр яуғансы, балам менән йөрөп керергә ҡарар иттем. Әммә телефон шылтырауы туҡтатты. Тағы бер әхирәтем, бәлеш бешереп, мине ҡунаҡҡа көтә икән. Ниңә рәхәтлекте файҙалы менән бергә ҡушмаҫҡа?
Кибеткә инеп күстәнәс алдым да, киттек ҡунаҡҡа. Хуш еҫле бәлеш, йылы сәй һәм күңелле әңгәмә -нимә яҡшыраҡ була ала? Ә өйҙә мине иртән ҡойолған сәйем һаман көтә.
Бер сәғәт ваҡыт бик тиҙ үтеп тә китте. Улымды күтәреп (коляскаһында ятмай), ҡайтыу яғына ашыҡтым. Ирем эштән ҡайтып, мине генә түгел, ә тәмле киске ашты ла күрергә тейеш бит.
Кәстрүлде плитәгә ҡуйыр алдынан, тәҙрә төбөндә саң, картуф утырлыҡ булғанын күрем ҡалдым. Саңды кисә генә һөрткәйнем дә бит... Бер башлағас, ишектәрҙе лә һөртөп сығырға булдым.
Картуф менән ит бешкән арала, иҙәндәрҙе йыуып алдым. Керҙәр ҙә йыйылып киткән икән, уларын тиҙ генә кер йыуыу машинаһына тутырып, йыуырға ҡуйҙым. Ә өҫтәлдә һаман иртәнге сәйем көтә.
Сабыйым татлы йоҡоһонан уянып, үҙенә иғтибар талап итте. Уны имеҙеп, кире карауатына һалдым да, балконға яңы йыуылған керҙе элергә сыҡтым. Шул ваҡыт, тәҙрәлә бал ҡортон күреп ҡалдым, уны иреккә сығарырға ҡарар иттем. Бөжәк, күрәһең, мин уны ҡулға алырға теләйем, тип уйлап, сағып алды. Бер нисә секунд эсендә ҡулым шешеп сыҡты. Мин үҙемде күренмәгән дошман менән көрәшкән боевик геройы итеп хис иттем. Бирешмәнем!
Киске ваҡыт
Иптәшем нәҡ киске аш ваҡытына ҡайтып етте. Минең ҡулым бик ныҡ ауртымай, әммә һаман да үҙен һиҙҙерә. Киске ашты ашағас, иртән ҡойоп ҡуйған сәйемде лә эстем.
Һауа торошо бик яҡшы, ә ямғырҙан һуң һауа сихри. Өсәүләшеп тышта йөрөп инергә булдыҡ. Ваҡытымды бушҡа юғалтмаҫ өсөн, кер йыуыу машинаһына керҙең икенсе партияһын һалдым да, урамға сығып киттек.
Өйгә ҡайтып барғанда, беҙҙе көтөлмәгән яңылыҡ менән күрше ҡатын ҡаршы алды: баҡтиһәң, беҙ аҫҡы фатирҙы һыуға батырабыҙ! Ҡурҡып, өйгә йүгерҙек. Баҡтиһәң, йыуыуҙы башлағанда, мин осраҡлы рәүештә шлангты тартып алғанмын, ә бөтә һыу иҙәнгә ағып төшкән. Бәхеткә күрә, күршеләр ныҡ зыян күрмәгән, әммә беҙгә хәлде тиҙ арала төҙәтергә тура килде.
Яратҡан китабымдың бер бите лә уҡылманы бөгөн. Бергәләп кино ҡарағандан һуң, беҙ улыбыҙҙы йоҡларға һалдыҡ. Иптәшем дә әүен баҙарына тиҙ юлланды, ә мине бер нисә мәҡәлә көтә.
Һәр көн шатлыҡ, онотолмаҫлыҡ мәлдәр менән тулы булһын.