Йәйғор
+10 °С
Ясно
Әҙәби күстәнәс
12 Октября , 06:57

Бер нисә көн өйҙә ултырырмын да ял итеп алырмын

Бала үҫеп килгән был ғүмерлек бәхет минуттары – бөтә ауырлыҡтарға ла торошло

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер нисә көн өйҙә ултырырмын да ял итеп алырмынБер нисә көн өйҙә ултырырмын да ял итеп алырмын
Бер нисә көн өйҙә ултырырмын да ял итеп алырмын

Йәш ярымлыҡ улым Исмаилдың һаулығы аҙ ғына ҡаҡшағас, ҡатыным менән алға һорау килеп баҫты: кем бала менән өйҙә ултыра? Мин башта:
— Нимәһе бында ҡатмарлы? — тип улайым.

Улымдың еңелсә генә йүткереүе генә бит. «Бер нисә көн өйҙә ултырырмын, ял итеп алырмын», — тип уйлайым үҙемсә. Әммә ысынбарлыҡ минең ир-егет кәйефен бик тиҙ урынына ултыртты.

Балалар поликлиникаһына беҙ өсәүләп барҙыҡ.
— Беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһын бер үҙең генә хәл итә алмайһың, — тине Гөлнур. Һәм, әлбиттә, хаҡлы булып сыҡты.

Коридорҙа халыҡ йылға буйы кеүек. Талон 12.00 сәғәткә булһа ла, бер нисә сират араһында — яҙма буйынса килеүселәр, «тик бер генә һорарға» тиеүселәр, бер йәшкә тиклемге сабыйҙары булған әсәйҙәр һәм льготалылар. Башым әйләнеп китте.

Оҙаҡ тормай, ниндәйҙер ҡатын беҙҙең сиратты урап, тура кабинетҡа үтеп инергә ниәт итте. Гөлнурҙың ошоға тиклем өлгөлө булған сабырлығы шунда уҡ шартланы! Ул иҫ киткес интеллигентлыҡ, әммә тимер аргумент менән башҡа бер кемде лә үткәрергә йыйынмауын белдерҙе. Уға башҡа әсәйҙәр ҙә ҡушылды. «Әгәр бала менән бер үҙем булһам, ни эшләр инем?» — тигән уй йүгерҙе башымдан.

Һөҙөмтәлә, педиатр кабинетына саҡ 12.40 сәғәттә генә эләктек. Беренсе көндә, ҡатыным эргәлә булғанда, бөтәһе лә еңел кеүек тойолғайны. Ысын тикшереү мине алда көтә икән.

Икенсе көндө иртән Гөлнур эшкә китте. Мин, үҙем менән ғорурланып, стратегик план төҙөнөм: Исмаилды тыныс ҡына ашатам, улымды йыйып, өләсәһенең йортона барабыҙ. Унда балаға фатирға ҡарағанда иркенерәк булыр, саф һауа, ә әсәһе ҡайтыуға бик аҙ ғына ваҡыт ҡаласаҡ. План камил булып күренә ине. Асылда, минең план селпәрәмә килде.

Беренсенән, Исмаил, мин тыныс ҡына кофе эсеп алырға уйлаған арала, йомшаҡ кәнәфи аҫтынан нимәлер эҙләп табып, шуны ауыҙына тығып өлгөрҙө. Ул табылған әйбер төймә булып сыҡты. Баланың ауыҙынан уны тартып алыу — олимпия уйындарының иң ҡатмарлы төрө кеүек ине.

Икенсенән, кейендереү процесы үҙе бер айырым спектакль булды. Исмаил, мин уның комбинезонын кейҙерергә маташҡан һайын, йылан кеүек борғаланып, сығып китергә тырышты. Бер аяғын кейҙерһәм, икенсеһе ысҡына, башлыҡты кейҙергәндә ҡысҡырып иларға тотона. Өйҙән сыҡҡанда мин инде үҙем дә шыбыр тиргә батҡайным, икебеҙ ҙә арығайныҡ.

Ниһәйтеп, өләсә йортона ла килеп еттек. Мин: «Хәҙер саф һауа, тыныслыҡ була, бала ҡарт урыҫ әкиәттәре тыңлап йоҡлап китер», — тип уйлағайным.

Әсәйем, әлбиттә, ейәнен күреүгә шатланды. Ләкин уның «тәрбиә буйынса кәңәштәре» минең бөтә аталарса авторитетымды бер минут эсендә юҡҡа сығарҙы.
— Ниңә уны еңел генә кейендергәнһең? Һалҡын тейә бит!
— Ашарға бирмәгәнһең икән, ҡара әле, тамағы асҡан бит баланың!
— Улай уйнатма, башы әйләнәсәк!

Әсәйемдең һәр һүҙе закон кеүек ине, ә улым шуны һиҙепме, бөтөнләй иркәләнеп китте.
Бер сәғәт тирәһе урамда уйнап йөрөгәндән һуң, улымдың кәйефе боҙoла башланы. Мин: «Моғайын, астыр», – тип уйланым. Тиҙ генә өйгә инеп, тәмле итеп аш ашаттым. Ашай, әммә инрәүҙәр туҡтамай. Баҡтиһәң, мәсьәлә ризыҡта түгел икән – ул йоҡларға теләгән!

«Хәҙер йоҡлар, һәм минең өс сәғәтлек законлы буш ваҡытым барлыҡҡа килер», – тип үҙемсә хыялланып өлгөрәм. Нисек кенә булмаһын! Бәләкәй «батша» минең үҙ янында ятыуын талап итә. «Телефонда ултырыу» йәки «эш башҡарыу» тигән нәмәләр юҡ – йоҡлап ятҡан улым янында тын ғына ятыу һәм уяу булыу ғына!

Шулай һиҙҙермәй генә кис етте. Бер көн эсендә эшләргә ниәтләгән бөтә эштәрем «юҡҡа» сыҡты. Бөтә иғтибар улыма йүнәлтелгән. Ул уйнарға, һөйләшергә, нимәлер эшләргә, яңы «йыһандар» уйлап табырға талап итә. Ә параллель рәүештә – ашатыу, йыуыу, йоҡларға һалыу һәм, эш араһында, табиптың дауалау буйынса кәңәштәрен үтәргә онотмау.

Мин уйланып китәм: нисек Гөлнур иртәнге, төшкө, киске аш әҙерләргә, өйҙә тәртип һаҡларға, мәҡәләләрен яҙырға һәм тағы ла күп эштәр башҡарырға өлгөрә? Хатта телефон аша оҙаҡ һөйләшергә лә ваҡыты ҡала бит! Был минең өсөн әлегә сер булып ҡала.

Әммә... был бәләкәй кескәй бөтә йөрәгемде ала. Уның бер генә йылмайыуы, «атай» тигән моңло тауышы бөтә арығанлыҡтарҙы бер миҙгелдә юйып ебәрә. Бала үҫеп килгән был ғүмерлек бәхет минуттары – бөтә ауырлыҡтарға ла торошло.

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас