Ташламалар, пособиелар һәм башҡа ярҙам саралары тәғәйенләгәндә түләү ғаилә килемендә иҫәпкә алынмай.
«Был хәрби хеҙмәткәрҙәргә бер ни тиклем финанс өҫтөнлөк бирәсәк. Радий Хәбировтың указы уларға өҫтәмә ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк. Саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткә алыныусыларға килгәндә — закон уны контракт менән алмаштырырға мөмкинлек бирә. Бындай аҙымға, ғәҙәттә, тормош тәжрибәһе булған, университеттан һуң йәки армиянан кисектерелгәндәр бара. Башта улар бер нисә ай уҡыуҙа була, һуңынан төрлө частарҙа хәрби хеҙмәт үтә ала», – тип аңлата Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич.
Указ Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың һәм республиканың башҡа ирекле подразделениеларының шәхси составына ҡағылмай.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2023 йылдың 7 ноябрендәге «Хәрби хеҙмәт үткән кешеләрҙең айырым категорияларына өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһында»ғы 974-се указы: https://vk.cc/cskiLB
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан