Йәйғор
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
28 Декабрь 2023, 12:12

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләү квитанцияһында хата тапһағыҙ, нимә эшләргә?

Иҫәпләгестән алынған күрһәткестәрҙе тапшырғанда киткән яңылышлыҡ йәки уларҙы ваҡытында тапшырмау, иҫәпләү ҡоролмаһының боҙоҡ булыуы йәиһә идара итеүсе ойошманың хата ебәреүе арҡаһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләү квитанцияһында хаталар килеп сығыуы ихтимал.

Бындай квитанция килһә, идара итеүсе ойошмаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Квитанцияла күрһәтелгән телефон аша шылтыратырға, ойошманың сайтына яҙырға йәки яҙма рәүештә ғариза бирергә мөмкин.

Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе иҫәпләгәндә ебәрелгән хаталарҙың сәбәптәре:

- техник хата - артыҡ нуль йәки дөрөҫ ҡуйылмаған өтөр арҡаһында бер нисә йөҙ һум урынына һеҙгә меңәрләгән һумлыҡ квитанция килә;

- дөрөҫ иҫәпләмәү - был тәңгәлдә ҡулланыусы күрһәтмәләр тапшырғанда үҙе лә яңғылышырға мөмкин, мәғлүмәттәрҙе ҡабул иткән һәм эшкәрткән кешеләрҙең дә хаталаныуы ихтимал.

Әгәр мәсьәлә хәл ителмәһә, һеҙгә түләүҙең дөрөҫ иҫәпләнмәүе тураһындағы ялыу менән күҙәтеү органдарына, прокуратураға йәки судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына нисек мөрәжәғәт итергә - ошонда уҡығыҙ: https://vk.cc/ctwwWB.

Әгәр идара итеүсе компания һеҙҙең мөрәжәғәткә яуап бирмәһә, нимә эшләргә – беҙҙең яҙманан ҡарағыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: