Йәйғор
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
26 Июнь , 14:09

“Аҡ үлем”дең “ҡара шәүләһе” урап үтһен!

Республика клиник наркология диспансеры баш табибының медицина буйынса урынбаҫары Татьяна Николаевна СТАРОСТИНА менән әңгәмәбеҙ – заман йәмғиәтенең төп афәте, наркотиктар һәм унан бәйлелекте булдырмау һәм башҡалар тураһында.

Әле  илдә Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы һәм сәләмәт тормошто популярлаштырыу буйынса аҙналыҡ бара. Был сараның төп маҡсаты – наркоманлыҡҡа һәм уның менән бәйле енәйәттәрҙе булдырмауға иғтибарҙы йәлеп итеү, уларҙы бәлиғ булмағандарҙың файҙаланыуына юл ҡуймау, һаулыҡҡа зарары тураһында аңлатыу, йәш быуын вәкилдәрен сәләмәт тормош алып барыуға ылыҡтырыу һәм башҡалар. Республика клиник наркология диспансеры баш табибының медицина буйынса урынбаҫары Татьяна Николаевна СТАРОСТИНА менән әңгәмәбеҙ – ошо заман йәмғиәтенең төп афәте, наркотиктар һәм унан бәйлелекте булдырмау һәм башҡалар тураһында.

– Татьяна Николаевна, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, наркоманлыҡ проблемаһы хәҙер һәр ғаиләгә, һәр кемгә тиерлек янай. Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы һәм сәләмәт тормошто популярлаштырыу буйынса аҙналыҡ та ошондай аяныслы хәлдәрҙе булдырмауға йүнәлтелгән.

 – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау буйынса министрлыҡтары был айлыҡты ойоштора. Һәм, әлбиттә, Республика клиник наркология диспансеры ла был сарала әүҙем ҡатнаша. Профилактика бүлексәһе ағзалары наркоманлыҡты булдырмау, уның таралыуына юл ҡуймау, кемгә мөрәжәғәт итеү, йәмғиәт һаулығын һаҡлау һәм башҡалар тураһындағы лекциялар менән мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында һәм башҡа ойошмаларҙа сығыш яһай.

Республикала профилактика кабинеттары бар. Уларға барыуҙан, наркологтарға мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡырға ярамай. Наркоманлыҡ – ул хроник сир. Уның бөтөп тә кире килеп  сығыу осраҡтары бар. Шуға күрә бындай ауырыуға дусар булғандар наркологта даими күҙәтелергә тейеш.

– Наркотиктар кешенең нервылар системаһына ла тәьҫир итә...

 – Эйе, наркотиктар  кешенең нервылар системаһына йоғонто яһай һәм кешенең аңына кире тәьҫир итә. Уларҙың бар төрө лә кеше мейеһендәге психик процестарҙа ҡатнаша, уны үҙгәртә һәм бәйлелеккә килтерә. Һөҙөмтәлә кешенең даими рәүештә психоактив матдәләрҙе ҡабул итеү теләге барлыҡҡа килә. Өҫтәүенә, наркотиктар кешенең нервылар системаһынан тыш, психик һәм физик системаһына ла кире йоғонто яһай. Ғөмүмән, улар кеше сәләмәтлеген ҡаҡшата һәм бөтөрә.

 – Татьяна Николаевна, наркоманлыҡ – ул психоактив матдәнән еңеп сыҡҡыһыҙ, ҡаршы тороу мөмкин булмаған бәйлелекме?

 – Эйе, наркотиктар ҡулланған кешелә психоактив матдәләргә патологик рәүештә бәйлелек барлыҡҡа килә. Наркотиктарға өйрәнеү, дозаны арттырыу һәм уны ҡабул итеү аралығын йышайтыу, наркотиктан физик бәйлелек – абстинент синдром йәки “ломка” осрағы – наркоманлыҡтың төп билдәләре.

 – Алкоголь һәм тәмәке лә, юридик йәһәттән күрһәтелмәһә лә, психоактив матдәләргә ҡараймы?

 – Уларҙың барыһы ла кешенең психик эшмәкәрлегенә йоғонто яһай. Был барлыҡ психоактив матдәләр – ағыу. Улар һөҙөмтәһендә кеше мейеһендә күҙәнәктәр һәләк була. Һөҙөмтәлә фекерләү, аҡыл ҡеүәһе кәмей, хәтер насарая, психикаға кире йоғоното яһай.

– Кешенең иммунитеты ҡаҡшай, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына кире йоғонто яһалалыр?

 – Әлбиттә, наркотиктар кеше һаулығына кире тәьҫир итә, иммунитетты ҡаҡшата. Уларҙы ҡабул иткәндәрҙең ҡан баҫымы күтәрелә. Ошондай кире күренештәр йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын бөтөрә: инсульт, инфаркт осраҡтары теркәлә.

Наркотиктар тотош организмға кире тәьҫир итә һәм һаулыҡ буйынса барлыҡ күрһәткестәр ҙә насарая. Репродуктив сәләмәтлек тураһында ла һүҙ йөрөтөп булмай. Был ҡатын-ҡыҙҙарға ла, ир-егеттәргә лә ҡағыла.

Шприцтарҙы дөйөм ҡулланыу, гигиенаның юҡлығы һөҙөмтәһендә В һәм С гепатиты, сифилис һәм ВИЧ-инфекция менән сирләүселәр байтаҡ.

 – Наркомандар араһында йәштәр күпме?

 – 40 йәшкә тиклемгеләр күп булыуы борсоуға һала, сөнки был, белеүебеҙсә, репродуктив осор. Күптәре “компания” өсөн был афәткә юлыға, көслө тойғо татып ҡарау теләге менән был алама юлға баҫҡандар бар.

– Һөҙөмтәлә улар социаль бәйләнештәрҙе лә юғалта...

 – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, наркомандар булған төрлө ғаиләләр бар: имендәре лә, имен булмағандары ла. Әлбиттә, был насар юлға баҫыуға ғаиләләге мөхит йоғонто яһамай ҡалмай. Хәүеф янаған төркөмдәр ҙә бар. Шуға күрә бәлиғ булмағандар эшиәре буйынса комиссия ағзалары менән дә бергә сығабыҙ.

Наркомандарҙың күптәре өсөн сираттағы дозаны эҙләп табыу төп шөғөлгә әүерелә. Һөҙөмтәлә урлашыу кеүек енәйәт юлына баҫҡандары бар.

 – Наркоманлыҡтан үлем осраҡтары күпме?

 – Рөхсәт ителмәгән матдәләрҙе ҡулланыу яҡшыға килтермәй, әлбиттә. Уларҙа – һаулыҡ өсөн зарарлы булған әллә күпме матдәләр. Наркотиктың һәр дозаһы – үлемгә юл, тигәнде аңлата. Хатта беренсеһенән үк кешенең ғүмере өҙөлгән осраҡтар бар. Шуға күрә был афтле юлға баҫмаһындар, сәләмәт тормош алып барһындар тип әйтке килә.

 – Татьяна Николаевна, әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

 

Айһылыу НИЗАМОВА әңгәмәләште.

 Фото: Татьяна Старостинаның шәхси архивынан.

 PS. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн наркоманлыҡ – бик ҡурҡыныс афәт. Шуға күрә һәр кемгә, бигерәк тә ата-әсәләргә үҙ балаларына, бигерәк тә үҫмер йәштәгеләренә иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Ғәзиз ҡыҙығыҙ йәки улығыҙ ҡайҙа, нисек, кем менән буш ваҡытын уҙғара — белеп тороғоҙ, артыҡ аҡсаһы килеп сыҡһа йәки унда яңы әйбер, заман техникаһы пәйҙә булһа, ҡайҙан алғанын асыҡлағыҙ, юғиһә балағыҙҙың киләсәге селпәрәмә килеүе бар, тип кәңәш итә хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, наркоманлыҡ проблемаһының бөгөн һәр кемгә ҡағылыуы ихтимал. Хәҙер йыш ҡына уның хаҡында ишетәбеҙ, күрәбеҙ, уҡыйбыҙ, хатта ошо афәт һөҙөмтәһендә төрлө фажиғәләрҙең теркәлеүенә шаһитбыҙ. Тотороҡһоҙлоҡ, хәүеф, асыҡһыҙлыҡ кеүек күренештәр бигерәк тә йәш быуын вәкилдәрендә наркотиктарҙы ҡулланыу осраҡтарына килтерә, ти белгестәр. Ә уның кеше һаулығы өсөн кире йоғонтоһо бик ҙур. Наркотик тәьҫиренән һуң кеше арыу-талыу, йоҡо килеү, кәйеү төшөү, патия кеүек тойғолорға дусар була. Был хәл байтаҡ көн дауам итеп, организмдың тағы ағыу һорауы бар икән.

Наркоманлыҡ – ул “аҡ” үлем юлы. Ул – донъялағы иң ҡурҡыныс һәм хәүеф-хәтәр янаған сирҙәрҙең береһе. Ул үҙенең “дуҫтар”ын упҡынға илтә, киләсәген томалай, ауыл яҙмыш юлдарына этәрә, ғүмерен бөтөрә. “Кәйеф күтәрәм”, - тип был алама ауырыуға юлыға күрмәгеҙ, яҡындарығыҙҙы унан һаҡлағыҙ, эргә-тирәләгеләргә уның хәүефе тураһында аңлатығыҙ, был батҡаҡлыҡҡа бата күрмәгеҙ.

Ғүмер – ул донъялағы иң төп хазина. Һәр көнгә ҡыуанып, ҡәҙерен белеп, ихлас йәшәүгә бер ни етмәй! Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы “аҡ үлем”дең “ҡара шәүләһе” ҡаплай күрмәһен!

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2024-06-25/a-lem-de-ara-sh-l-e-urap-t-en-3823993 

Читайте нас: