Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
1 Март 2023, 13:19

Бәхетегеҙ түңәрәк булһын, Ғәлиевтар!

1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө!Яҙҙың тәүге көнөндә беҙ матур байрамдарҙың береһен билдәләйбеҙ. Һәр төбәктә үҙҙәренең йәшәү рәүеше, ҡорған донъяһы, балалар тәрбиәләүе менән күптәргә өлгө булырлыҡ башҡорт ғаиләләре бихисап.

Бәхетегеҙ түңәрәк булһын, Ғәлиевтар!
Бәхетегеҙ түңәрәк булһын, Ғәлиевтар!

Өфө районының Авдон ауылында гөрләтеп донъя көткән Зилә һәм Миршат Ғәлиевтарҙың ғаиләһен дә шундайҙар рәтенә индереп була.  

13 йыл элек, 2010 йылдың октябрь айында, Ғәлиевтар ғаиләһенә нигеҙ һалына. Тап ошо туй көнөндә Баймаҡ егете Миршат һәм Балаҡатай һылыуы Зиләнән дә бәхетлерәк кеше булмағандыр, моғайын. Һәм бөгөнгә тиклем был ябай ғаиләлә тыныслыҡ һәм килешеп йәшәү хөкөм һөрә, уның ныҡлығы мөхәббәткә, тоғролоҡҡа һәм бер-береһен ихтирам итеүгә нигеҙләнгән. Уларҙың күп һанлы дуҫ-татыу йәшәгән туғандарының туй мәжлесендә теләгән теләктәре лә тормошҡа ашҡандыр. Һау-сәләмәт, аҡыллы балалар тәрбиәләгән Ғәлиевтарҙың тормошо ҡотло, тапҡаны хәләл һәм бәрәкәтле.

            Баш ҡалабыҙҙың юғары уҡыу йорттарында белем алып, М.Аҡмулла исемендәге дәүләт педагогия университетының сәнғәт-графика факультетын тамамлаған Миршат Ғәфүр улы Жуков ауылындағы С. С. Ильина исемендәге мәктәптә рәсем, технология фәндәренән уҡытһа, ә Башҡорт дәүләт университетының психология факультетында уҡып психолог һөнәрен үҙләштергән Зилә Сәғит ҡыҙы ошо уҡ ауылдың “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһында эшләй. Һөнәренә ғашиҡ белгестәр яратҡан эшен еренә еткереп башҡарып ҡына ҡалмай, киләсәк быуын шәхесен лайыҡлы үҫтереү өсөн дә бар көсөн һала.

Зилә һәм Миршат Ғәлиевтар – күп балалы ғаилә. Уларҙың өс балаһы бар: улдары Шайморат 2-се класта уҡый, Булатҡа 5 йәш булһа, ә ҡыҙҙары Мәрйәмгә 2 йәш кенә.

-Балаларыбыҙҙың һәләттәрен үҫтереп, уларҙың һәр яңы башланғысын хуплап торабыҙ. Шулай уҡ ғәзиздәребеҙҙе әҙәпле, рухлы, маҡсатлы, ярҙамсыл, изге күңелле булырға, бөтә туғандарҙы ихтирам итергә, нәҫел ебен онотмаҫҡа, кешеләргә ярҙамлашып йәшәргә лә өйрәтәбеҙ, - ти Ғәлиевтар.

  Тура һүҙле, асыҡ йөҙлө, ихлас күңелле ир менән ҡатын бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған тоғро дуҫтар. Бер һүҙ менән әйткәндә, кешеләрҙе һоҡландырып, бөтәһенә өлгө булып йәшәй белә Ғәлиевтар.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: