Йәйғор
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
2 Ноябрь 2023, 12:02

Парлы ғүмер - бәхетле ғүмер

Ябай, эшсән Гөлфирә һәм Ромил Исламғоловтарҙың  бергә тормош көтөүҙәренә 50 йыл да булып киткән. 3 ул үҫтереп, 8 ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй, 1 бүләсәгә ҡартатай-ҡартинәй улар. Өләсәй, олатай булған ике матур пар алтын туйҙарын билдәләне.

Парлы ғүмер - бәхетле ғүмер
Парлы ғүмер - бәхетле ғүмер

- 50 йыл бер күҙ асып-йомған ара ғына кеүек үтеп китте, эшкә барып, эштән ҡайтып, ауылдағы атай-әсәйгә булышып, балалар үҫкәнен дә абайламай ҡалғанбыҙ, Аллаға шөкөр инде ейәндәрҙе генә түгел, бүләсәләрҙе лә күрергә насип булды, - ти Гөлфирә Нәсибулла ҡыҙы.

- Балаларыбыҙ ҙа үҙебеҙгә оҡшаған, эш яраталар, һәр береһе үҙ донъяһын көтә, беҙгә лә ярҙамлашырға өлгөрәләр, - тип һүҙгә ҡушыла йорт хужаһы Ромил Нәзир улы.

Тымыҡ океан флотында хеҙмәт иткән ағайыбыҙ, әле булһа тельняшкаһын һалырға ашыҡмай, талисман итеп кейеп йөрөй. Йәштәрсә етеҙлек менән баянын ҡулына алып, яратҡан йыры «Төнгө серенада» ны һыҙҙырып ебәргән, Ромил ағайҙың күҙҙәрендә сатҡылар уйнаны.

Улар икеһе лә ғүмерен райондың халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинатына бағышлаған хеҙмәт кешеләре. 25 йыл ошо комбинатта эшләгән Ромил ағайға водитель, механик, инженер булып та эшләргә тура килгән. Гөлфирә Нәсибулла ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙма, ул 36 йыл – хаҡлы ялға сыҡҡансы - кейем бесеүсе оҫтаһы булған.Икеһе лә эшендә абруйлы хеҙмәткәрҙәр булған ирле-ҡатынлы Исламғоловтар эштә үткән йылдарҙы һағынып иҫкә ала һәм йылы иҫтәлектәрен күңел түрендә һаҡлай.

Бөгөнгө көндә хаҡлы ялдағы Исламғоловтар балаларынан ҡәнәғәт булып, төҙөгән донъяларының игелеген күреп, ҡош-ҡорт үҫтереп, баҡса үҫтерә. Ваҡыт табып дуҫ-туғандары менән ихлас аралаша, улар менән бергәләп тәбиғәткә, балыҡҡа йөрөп, Хоҙай Тәғәлә биргән һәр көндән кинәнес ала.Ни тиһәң дә, ғүмер бер генә...

Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы.
Читайте нас: