Йәйғор
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
2 Ғинуар , 17:07

Нәҫелдәре имәндәй ныҡ

Ябалаҡлы ауылы көндән-көн төҙөкләнә, матурлана бара. Колхоз бөткәндән һуң аптырашта ҡалған ауыл кешеләре яңы һулыш алып, йәшәйешен тәртипкә килтерә. 6-7 йыл эсендә генә лә 20-нән артыҡ яңы өй ҡалҡып сыҡты, ҡасандыр ауылдан сығып киткәндәр ҙә, яңынан ҡайтып, атай нигеҙен яңыртты. Шундайҙарҙың береһе - Рәсимә апай Булатова-Фәтихованың улы Риммел һалған ике ҡатлы йорто әллә ҡайҙан күренеп, балҡып ултыра.

Нәҫелдәре имәндәй ныҡ
Нәҫелдәре имәндәй ныҡ

- Медицина училищеһын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса йыраҡ Асҡын яҡтарында йәшәргә тура килде, шул яҡ егете Фәтхелбаянға кейәүгә сығып Красноуфимскиҙа йәшәнек, ике бала тәрбиәләнек. Тыуған ауыл, тыуған йорт һәр саҡ үҙенә тартып торҙо, - ти Рәсимә Миңлебай ҡыҙы.

Бөтә туғандарын, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен киң күңел менән ҡаршы алған бәләкәй йорт урынына ике ҡатлы мөһабәт йорт ҡалҡып сыҡты. Ата-бабанан ҡалған ғөрөф-ғәҙәтте дауам итеп, Миңлебикә һәм Миңлебай Булатовтарҙың балалары тыуған нигеҙгә йыш йыйыла. Баласаҡ хәтирәләрен иҫкә төшөрөп, яңы осрашыуҙарға бергәләп улар пландар ҡора.

- Ташҡын ваҡытында олатайым йәйен тота, өләсәйем тәмле итеп тышта ҡаҙанда, балыҡ һурпаһы бешереп бөтә күршеләрҙе, бала-сағаны йыйып һыйлай торғайны, - тип хәтерләй Рәйлә Булатова-Әхмәтшина.

-Һөт айыртырға ла әбей, еңгәйҙәр ошо өйгә килә торғайны, - ти Ғәйшә Йосопова.

-Урта Азиялағы бөтә туғандарҙы ла ошо бәләкәй өй һыйҙыра ине, – тип һүҙгә ҡушыла Әхәт Сәфәрғәлин.

Ошо нигеҙҙә аунап-түнәп үҫкән ейән-ейәнсәрҙәр һәр береһе хәтер ептәрен һүтте, тылсымлы баласаҡ иленә ҡайтып әйләнде. Иң бәхетле, вайымһыҙ ваҡыт. Атай-әсәй эргәлә, ҡаршыла өләсәй, олатай, дуҫ-туғандар, хәстәрлекле күршеләр, ашарға икмәк, эсергә - һыу бар. Бәхетле булыу өсөн әллә ни күп тә кәрәк булмаған икән. Бергә йыйылыу хөрмәтенә һәм әхирәткә күскән олатай-өләсәй, атай-әсәйҙәр рухына бағышлап ҡөрьән уҡылды, мул табындан аш-һыу тәмләп, йыл һайын ошо нигеҙҙә бергә йыйылышырға һүҙ беркетте туғандар. Туғандар берлегенә, оҙон ғүмер һәм сәләмәтлек символы итеп улар күмәкләшеп имән ағасы ултыртты. Олатай нигеҙенең ташына алтын хәрефтәр менән «Бәхет имәне» тигән яҙыуҙы ла беркеттеләр.

 

Туғанлыҡ ептәрен өҙмәй, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе онотмай, осрашып йәшәү халҡыбыҙҙың иң матур күренеше, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған мираҫ, хазиналыр ул. Балаларыбыҙҙы ла ошо миҫалда тәрбиәләй алһаҡ, киләсәгебеҙ күп һанлы булып,телебеҙ, йыр-моңобоҙ ҙа һаҡланыр. Булатовтар нәҫелен бергә йыйып, туплап, осрашыуҙар ойошторған туғаныбыҙ Риммел Фәтхелбаян улына, апайыбыҙ Рәсимә Миңлебай ҡыҙына рәхмәтлебеҙ. Нәҫелебеҙ имән кеүек сәләмәт, ныҡ, оҙон ғүмерле, киң тармаҡлы булып йәшәһен һәм үрсеһен!

Автор:Лена Булатова, Шишмә районы.
Читайте нас: