Йәйғор
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
29 Ғинуар , 09:54

Сафиндар - ауыл тотҡаһы

Йомабикә менән Рәлиф Сафиндар ғаиләһе бына 33 йыл инде ҡулға-ҡул тотоношоп, ата-бабалар аманатына тоғро ҡалып, тыуған ергә берегеп, яңы өй бөтөрөп, ауылда донъя көтә. Улар ике ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бүләк итеп, һөйөнөп йәшәй.

Сафиндар - ауыл тотҡаһы
Сафиндар - ауыл тотҡаһы

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта “Йәйғор” ҙо даими алдырып, уҡып барған Урта Хәжәт ауылынан Йомабикә һәм Рәлиф Сафиндар. Бәхетленең байрамы бер юлы, ти халҡыбыҙ. Гәзитебеҙҙе 2024 йылда алдырасаҡ кешеләр араһында приз уйнатылды. Бүләк - йомшаҡ юрғанды Сафиндар ғаиләһе отто.

Был пар, бына 33 йыл инде ҡулға-ҡул тотоношоп, ата-бабалар аманатына тоғро ҡалып, тыуған ергә берегеп, яңы өй бөтөрөп, ауылда донъя көтә. Улар ике ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бүләк итеп, һөйөнөп йәшәй. Йомабикә юғары белемле бухгалтер, Рәлиф - механизатор, ауылда хөрмәтле кеше - староста, ауыл Советы депутаты ла. Инде байтаҡ йылдар бикле торған клубты ла ипкә килтереп, йыуып-йыйып, йән өрөп ебәргән Сафиндар ғаиләһе.

Йомабикә Ҡорбанғали ҡыҙы бөгөнгө көндә “Шәрифә” ағинәйҙәр төркөмө ойоштороп, матур сараларҙы ла башлап йөрөүселәрҙең береһе.

- “Бәләкәй Ватан өсөн файҙалы эштәр йылы” проектына ҡушылып Хәжәт күленең тирә-яғын тәртипкә килтерҙек, ауыл уртаһындағы Көйәҙәй соҡорона йүкә, ҡарағай, имән ағастары ултырттыҡ, Хәжәр-бейҙең ҡәбер ташын яңырттыҡ. Ойошҡанлы үткән өмәләрҙә лә ауыл халҡы әүҙем ҡатнаша, - ти Рәлиф Вил улы.

“Шәрифә” ағинәйҙәр төркөмө ауылда төрлө саралар үткәреү менән бер рәттән, өлкән йәштәгеләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырған, хәл белешеп, ҡулдан килгәнсә ярҙам да ойоштороп тора. Тарих биттәренән хаҡһыҙ юғалып ҡалған аулдаштарының исемдәрен тергеҙеп, уны халыҡҡа еткереү өҫтөндә лә әүҙем эшләй төркөм. Гәзит-журналдарға яҙылыу аҙналығында ла “Шәрифә” төркөмө ситтә ҡалманы. “Йәйғор” ҙо ла ауылда алдырыусылар байтаҡ.

- Гәзит биттәрендә үҙебеҙ тураһында яҙылған мәҡәләләрҙе күреү үҙе бер ҡыуаныс. Башҡа район халҡы нимә менән мәшғүл икәнен дә белешеп тороу ҡыҙыҡлы. Уларҙан күреп беҙ ҙә саралар үткәрәбеҙ, - ти Йомабикә Сафина. Ауылда эш юҡ, тип төшөнкөлөккә бирелеп ятмай, күпселек халыҡ мал аҫырап, ҡош-ҡортон күпләп үрсетеп, баҙарға сығарып һатып, аҡса эшләй. Кемдер килеп, ял ойошторғанды көтөп ятыу бөттө, төрлө сараларҙы уйлап сығарып, халыҡты берләштереп, туплап, дәртләндереп үҙ көндәрен күрә улар. Урта Хәжәттә йәшәгән Сафиндар тап шундайҙарҙан. Ауыл гөрләп торһон өсөн күп көс түккән был ғаиләгә тик афарин тип әйтергә һәм изге теләктәр генә теләргә ҡала.

Сафиндар - ауыл тотҡаһы
Сафиндар - ауыл тотҡаһы
Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы.
Читайте нас: