Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
4 Апрель , 08:54

Бәхетле ғаиләлә бәхетле киләсәк үҫә

Өфөнән Адель Ильясова Мәскәүҙә “Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы – 2024” матурлыҡ һәм һәләт конкурсында ҡатнашып, 9 йәшлектәр араһында “Мини мисс” категорияһында еңеү яуланы

Бәхетле ғаиләлә бәхетле киләсәк үҫә
Бәхетле ғаиләлә бәхетле киләсәк үҫә

Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан 4 йәштән 16 йәшкә тиклемге 40-тан ашыу ҡатнашыусы араһында булған Аделгә “Башҡортостан – Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы” конкурсының төбәк этабындағы еңеүе, уны ошондай мәртәбәле, илебеҙ кимәлендәге конкурста бушлай ҡатнашыу хоҡуғын бирҙе.
Былтыр көҙ республикабыҙҙа үткән “Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы” титулы өсөн ярышҡан Адель 5-12 йәшкә тиклемге йәштәге 20 ҡыҙ араһында һынатманы. Финалсылар араһында булған нәзәкәтле, һөйкөмлө, матур Адель дефилела – спорт кейемендә, киске күлдәктә һәм милли костюмда сығыш яһаны.Тап ошо сарала төрлө конкурстарҙа Башҡортостанды күрһәтеү өсөн һайланған өс ҡыҙ араһында Адель Ильясова ла бар ине. Хәҙер ул халыҡ-ара конкурстарҙа Рәсәй исеменән сығыш яһай аласаҡ.
-Илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүгә атайым, әсәйем менән барҙым. Үҙемде бик бәхетле тип иҫәпләйем. Минең өсөн илебеҙ кимәлендәге конкурста Башҡортостан исеменән сығыш яһау - оло мәртәбә һәм ышаныс булды. Уның барышында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән конкурсҡа килгән ҡыҙҙар менән таныштым, киң билдәле йондоҙҙарҙы күрергә лә насип булды. Конкурстан һуң класташтарым, дуҫтарым мине еңеүем менән ҡотлай, матур теләктәр теләй. Ойоштороусыларҙың, яҡындарымдың миңә булған ышанысын аҡлай алыуым менән ҡәнәғәтмен. Еңеүгә әйҙәп, мине дәртләндереп торған ғаиләмә ҙур рәхмәт белдерәм, - тип уртаҡлашты үҙенең тәьҫораттары менән Адель Ильясова.
Атаһы Булат, әсәһе Айгөл, һеңлеһе Карина өсөн Адель уңған, аҡыллы ҡыҙ, хәстәрлекле апай булһа, олатай-өләсәйҙәре Ирик Ғәлинур улы һәм Роза Басир ҡыҙы Бикбулатовтар, Әлфәрит Рафаэль улы һәм Заһиҙә Фуат ҡыҙы Ильясовтар өсөн ул тәүфиҡлы, тәрбиәле ейәнсәр, ҡартатаһы, ҡартәсәйҙәре өсөн ҡәҙерле бүләсәр булып тора.
Иглин районының Аҡбирҙе ауылында, Өфөлә йәшәгән олатай-өләсәйҙәрендә ҡунаҡта булырға яратҡан Аделдең яҡындарына һөйләр хәбәре, бүлешер яңылыҡтары, шатлыҡ-ҡыуаныстары күп.
-“Балаңдың балаһы балдан татлы” тип халҡыбыҙ бушҡа әйтмәгән.

Ошондай мәғәнәле, хаҡ һүҙҙәргә, халҡымдың аҡылына һоҡланып, тормош тәжрибәһенә таянып йәшәйем һәм эш итәм. Яратып туя алмаған ейәнсәрҙәремде милли рухта, халҡым йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә нигеҙләнеп тәрбиәләйем, Аделяға хәленән килгәнсә эшен ҡушам, уның менән төрлө тормош хәлдәренә ҡағылышлы әңгәмәләр ҡорам. Уларҙың мөхәббәтле татыу ғаиләлә аҡыллы, тәртипле балалар булып үҫеүҙәрен теләйем. Бөгөн Аделябыҙҙың билдәле уңыштары бар, артабан да уларҙы үҫтереп, үҙенә, ата-әсәһенә, беҙгә лә уның кинәнестәрен татырға яҙһын. Ҡыҙым менән кейәүебеҙҙең ҡыҙҙарын матур тәрбиәләгәндәренә рәхмәтлебеҙ, - ти бәхетле өләсәй Роза Басир ҡыҙы.
Бына шулай бәхетле ғаиләлә бәхетле киләсәк үҫә! Балалары өсөн йән атып йәшәгән Ильясовтарҙың үҙҙәренә генә хас шатлыҡ-ҡыуаныстары бар, уларҙың бәхет серҙәре лә үҙенсәлекле. Улар өсөн иң мөһиме – быуын сылбырҙары өҙөлмәһен, мөхәббәт емештәре - балалары имен-һау, донъялар тыныс булһын.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: