Йәйғор
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
15 Май , 16:35

Ҡотдосовтар – ишле ғаилә

“Ишле ғаилә – ил күрке” тигән әйтем халыҡ телендә йәшәп килә. Балаларҙың шат тауыштары, уйын ауаздары яңғырап торған йорттарҙа тормош та күркәмерәк кеүек тойола. Нуриман районының Иҫке Биәз ауылынан Флүрә һәм Данил Ҡотдосовтарҙың татыу ғаиләһе лә тап шуны иҫбатлай.  

Ҡотдосовтар – ишле ғаилә
Ҡотдосовтар – ишле ғаилә

Флүрә Мирсәйет ҡыҙы Пермь өлкәһендә тыуып үҫкән. Яҙмыш елдәре уны Нуриман районы егете Данил менән осраштыра һәм йәштәр гөрләтеп донъя ҡороп ебәрә. Ғаилә башлығы ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Иҫке Биәз ауылының хозур тәбиғәте бал ҡорттары үрсетеү өсөн махсус яраҡлаштырылған тиерһең: ҡуйы урмандар, сәскәле болондар, саф һыулы йылғалар, инештәр менән бай был яҡтар. “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән ете бала әсәһе Флүрә Ҡотдосова Яңы Субай ауыл биләмәһендә төбәктең почтальоны булып эшләй.

Ҡотдосовтарҙың балаларына килгәндә, өлкән улдары Закир Өфөлә үҙаллы тормош көтә, өйләнгән, ул үҫтерә. Ҙур ҡыҙҙары Динара ла башҡалабыҙҙа төпләнгән. Ете йәшлек Инзирә беренсе класта белем алһа, бәләкәстәр Альнура, Хәбиб һәм игеҙәктәр Данияр менән Флүзә әлегә өйҙә. Балаларының күңелен үҫтерергә тырышып йәшәй Ҡотдосовтар. Ғаилә Яңы йыл байрамдарын, тыуған көндәрҙе айырыуса көтөп ала: ихата, өй биҙәйҙәр, бүләктәр тарата, тәмлекәстәр бешерәләр.

- Бәләкәстәр менән көноҙоно мәж киләбеҙ инде. Ваҡыт яғы тарайып киткәндә, балаларҙы нәнәләре ҡараша. Инзирәм ҡул араһына инә башланы, ярҙамы тейеп тора, - ти хәстәрлекле әсә.

Данил Хәлил улы балта оҫтаһы ла. Ғаилә ишәйгәс, төп өйөнә төкәтмә эшләп ҡуйған. Ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың айырым бүлмәләре булырға тейеш, тип тырыша ул. Йәй көндәре ваҡыт утын, бесән әҙерләп, мал – тыуар ҡарап, бал ҡорттарын тәрбиәләп үтә. Тәгәрмәсле һәм сылбырлы тракторҙарының булыуы ла, уларҙың хужалыҡ эштәрен еңелләштерә.

Ҡотдосовтар тырышып, бер – береһе менән кәңәшләшеп, татыу донъя көтә һәм балаларына өлгө булып йәшәй.  

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: