Йәйғор
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
13 Июнь , 09:40

Йән биргәнгә йүн биргән!

Нуриман районының Иҫке Бәҙәй ауылында күркәм һәм үҙенсәлекле Сабанаевтар ғаиләһе бар. Леонид Никитич менән Эльмира Зөфәр ҡыҙы дүрт балаға ғүмер биргән, уларҙы уҡытып, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырған.

Төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡатмарлы тормош һынауҙарына дусар булғандар йәшәй арабыҙҙа. Берәүҙәре бөгөлөп төшә. Икенселәре бирешмәй, ҡайһы бер һау кешеләргә ҡарағанда ла матурыраҡ йәшәй.

         Нуриман районының Иҫке Бәҙәй ауылында күркәм һәм үҙенсәлекле Сабанаевтар ғаиләһе бар. Леонид Никитич менән Эльмира Зөфәр ҡыҙы дүрт балаға ғүмер биргән, уларҙы уҡытып, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырған. Өлкән ҡыҙҙары Эльвина хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итә. Эльза аҙыҡ – түлек колледжын тамамлаған, өс бала әсәһе.  Элина Башҡорт дәүләт аграр университетын уңышлы тамамлап, Россельхознадзор системаһы белгесе булып эшләп йөрөй. Кескәйҙәре Луиза Өфө кардеология үҙәгендә шәфҡәт туташы. Башҡорт педагогия университетында өҫтәмә рәүештә психология буйынса яңы һөнәр үҙләштерә. Ял ваҡыттарында йыш ҡына һағынышып улар атай йортона йыйыла.

Өҫтә үҙенсәлекле ғаилә, тип әйтеүемдең сәбәбе шунда - Леонид Никитич бына инде 22 йыл инвалидтар коляскаһында хәрәкәт итергә мәжбүр. 35 кенә йәш сағында уның умыртҡа бағанаһына зыян килә. Быға  тиклем ферма мөдире, бригадир, колхоз рәйесе вазифаларын башҡарып, йүгереп йөрөгән әүҙем ир – егет алдына ошондай көтөлмәгән һынауҙар килеп баҫа. Барлыҡ эске ғазаптарын еңеп, бирешмәҫкә ҡарар итә ул. Тәүҙә инеп – сығып йөрөүен хәстәрләй; шунан үҙенә өйҙә, мунсала ҡулланыу өсөн төрлө ҡоролмалар уйлап таба. “Нива”машинаһын да ҡул менән идара итеүгә көйләп ебәрә. Артабан ЗИД моторы ҡулланып, өс бәләкәй трактор эшләй. Йәй бесән йыйыу, ташыу кеүек эштәрҙе лә үҙе башҡара. Ҡыш айҙарында ла аптырап ултырмай, “ Нива” автомобиленә махсус ҡулайлама тағып ҡарҙы үҙе таҙарта.

- Ирем донъя көтөүгә әүәҫ. Ағас менән дә, тимер менән дә оҫта эш итә. Тимерҙе үҙе иретеп йәбештерә. Төрлө ватылған электр приборҙарын да үҙе йүнәтеп ҡуя, ярҙам көтөп ултырмай, - ти Леонид Никитичтың тормош иптәше.

Эльмира Зөфәр ҡыҙының тыуған ере – күрше Иҫке Бүрес ауылы. Ул Йоматау ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, хеҙмәт юлын “Дружба”колхозында башлай. Һуңынан Благовещен ҡалаһында бухгалтерҙар курсын тамамлай һәм Иҫке Бәҙәй ауыл Советында 24 йыл баш бухгалтер, аҙаҡ 2023 йылға тиклем белгес булып хеҙмәт итә. Хәҙер инде хаҡлы ялда. Баҡсасылыҡ, сигеү, бәйләм эштәре менән мауыға.

Иңгә - иң терәп бына 36 йыл инде бергә ғүмер кисерә Сабанаевтар. Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә күп татыған был ғаилә күптәргә өлгө булып тора.

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: