Йәйғор
+17 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
26 Август , 17:17

Ата-әсәләргә кәңәштәр: баланы тиҫтерҙәре ҡыйырһытһа, нимә эшләргә

Буллингтың алымдары төрлө булыуы ихтимал, әммә уның бала психикаһына тәьҫире оҡшаш

Ата-әсәләргә кәңәштәр: баланы тиҫтерҙәре ҡыйырһытһа, нимә эшләргә
Ата-әсәләргә кәңәштәр: баланы тиҫтерҙәре ҡыйырһытһа, нимә эшләргә

Буллингтың алымдары төрлө булыуы ихтимал, әммә уның бала психикаһына тәьҫире оҡшаш: оҙайлы ҡыйыртыуҙар етди эмоциональ проблемаларға килтерә, өлгәш сифаты кәмей, үҫмерҙәр араһында суицид хәүефе арта. Баланың бәләгә тарыуын нисек аңларға һәм ярҙам итергә?

Хәүеф төркөмө
Уға эксперттар ауыр шарттарҙа йәшәгән йәки тулы булмаған ғаиләләрҙәге балаларҙы индерә. Йыш ҡына ҡыйырһытыуҙарға үҙбаһаһы түбән, эмоциональ йәһәттән нығынмаған, башҡаларҙың кәйеф торошон аңлап етмәгән балалар эләгә. Мәҫәлән, улар ябай ғына шаяртыуҙы ла дөрөҫ ҡабул итмәй. Дөйөм алғанда, һәр уҡыусы кәмһетеү объектына әйләнеүе ихтимал. Сәбәптәре төрлө булыуы бар – ғәҙәти булмаған төҫ-һын, гел “бишле” билдәләренән торған көндәлек, сәләмәтлек үҙенсәлектәре һ.б. Шулай уҡ баланың мәктәпте йәки класты алмаштырыуы ла ошоға килтереүе мөмкин.

Тәртиптәге ниндәй үҙгәрештәр һағайтырға тейеш?
- Мәктәпкә ҡыҙыҡһыныуы кәмей. Даими рәүештә дәрескә инмәүе йәки мәктәптән ҡайтышлай тотҡарланыуы баланың кәмһетелеүгә дусар ителеүе хаҡында иҫкәртә.
- Билдәле сәбәптәрһеҙ йомоҡ, хәүефле, шиксел, ҡурҡыусанға әйләнә.
- Эсе, күкрәк тирәһе, башы ауыртыуға, аппетиты юғалыуға зарлана, ләкин уға оҡшаш билдәләр менән диагноз ҡуймайҙар.
- Бала насар йоҡлай, төнгө мәхшәрҙәрҙән яфалана, шуға күрә йоҡларға теләмәй, иртәнсәк бик ауыр уяна.
- Тәнендә күгәргән, кейем-һалымында йыртылған урындар барлыҡҡа килә, уларҙың уйын йәки осраҡлы рәүештә ҡолау менән бәйле булмауы күренеп тора.
- Уҡыусы тиҙ арый, насар билдәләр ала йәки, киреһенсә, уҡыуға ҡапыл сума.
- Ғәҙәттәгенән күберәк аҡса һорай башлай (ҡыйыртыусы урлашырға мәжбүр итеүе лә ихтимал).
- Дуҫтары бик аҙ йәки бөтөнләй юҡ, күберәк өлкәндәр менән аралаша.
- Кәйефенең, үҙ-үҙен тотошоноң ни өсөн үҙгәреүен аңлатырға теләмәй, сөнки, әгәр ул кемгәлер ярҙам һорап мөрәжәғәт итһә, кәмһетеүсе яза биреү менән янай.

Нимә эшләргә?
Тәү сираттағы бурыс – баланы тынысландырыу һәм үҙегеҙгә лә тынысланыу, уны яҡлау, хәстәр менән тәьмин итеү. Ул шуны аңларға тейеш: һеҙ уның яҡлы һәм мотлаҡ ярҙам итәсәкһегеҙ. Матур итеп тыңлағыҙ, ваҡиға сәбәптәрен һәм нимә булғанын асыҡлағыҙ.
Шулай уҡ бала үҙенең тотошон үҙе анализларға, ҡыйырһытыуға нимә сәбәпсе булыуын асыҡларға тырышырға тейеш. Бәлки, уға ниндәйҙер кимәлдә үҙгәрергә, үҙен башҡасараҡ тоторға кәрәктер.
Нисек кенә булмаһын, баланы тәнҡитләмәгеҙ, бер нимәлә лә ғәйепләмәгеҙ. Проблема унда түгел, ә ҡыйырһытыусыла – ул шундай ҡурҡыныс алым менән үҙ-үҙен иҫбатларға теләй. Ҡайһы берҙә психологтар быны доминант тотош, йәғни башҡалар өҫтөнән власҡа эйә булырға теләү тип атай. Балаға шуны аңлатығыҙ: уның кәйефе ҡырылып, асыуланған һайын кәмһетеүсе үҙен көслөрәк итеп тоя.
Әгәр бала һүҙ менән кәмһетеүҙәрҙән зыян күрһә, түбәндәгеләрҙе эшләгеҙ:
- киләһе һөжүм осрағына бергәләп ныҡлы яуап әҙерләп ҡуйығыҙ. Бала үҙен бындай кәмһетеүҙәр уға тәьҫир итмәгән кеүек тоторға тейеш, шаяртыу ҡатыш ҡабул итеүен күрһәтһен (был ауыр, әммә мөмкин). Кешене ҡурҡытыусы ғәҙәттә башҡа төрлө реакция көтә – ярһыу, төшөнкөлөккә бирелеү һәм, ошондай яуап булмаһа, ул иғтибарын башҡаға йүнәлтәсәк.
- балаға үҙен ышаныслы тоторға өйрәтегеҙ – кәүҙәһен тура йөрөтһөн, асыҡ итеп һөйләшһен, кешен күҙенә ҡараһын (һәр ваҡыт!) һәм ҡыйырһытыусыға туҡтарға тәҡдим итһен. Уға барыбер булыуын, бындай кәмһетеүҙәр уға тәьҫир итмәүен белдерһен.
Уҡыусыны кеше менән аралашыу нескәлектәренә һәм буллингҡа ҡаршы торорға өйрәтеү мөһим. Әгәр хәл-торош ҡатмарлы булһа, психологҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Бындай хәл тураһында мәктәпкә хәбәр итегеҙ
Мотлаҡ класс етәксеһенә әйтегеҙ. Бындай хәл бер тапҡыр ғына булғанмы, әллә һүҙ буллинг тураһында барамы – бергәләп ошоно асыҡлағыҙ. Директор йәки уның урынбаҫары менән осрашып, сара күреү тураһында һөйләшергә мөмкин. Ҡыйырһытыуҙы иҫкәртеү менән класс даирәһендә лә, шәхсән ғаиләлә лә шөғөлләнергә кәрәк.
Мәктәп коллективының закондарын – эске бүленеш, социаль ролдәр тураһында белеү ҡамасауламаҫ. Артабан кәмһетелеүгә дусар ителгән балаға физик һәм психологик йәһәттән хәүефһеҙ мөхит булдырыу шарт. Уҡытыусы һәм башҡа ата-әсәләр менән бергәләп “класс тормошоноң закондары”н булдырығыҙ. Төп ҡағиҙәләрҙе көндәлектәргә йәки плакатҡа яҙып элергә мөмкин. Мәҫәлән, “Беҙҙә һуғышыусыларҙы тыныс ҡына күҙәтмәйҙәр, шунда уҡ айырыу сараһын күрәләр. Беҙҙә бер-береңде кәмһетмәйҙәр, уҡытыусыларға ла, класташтарға ла хөрмәт менән ҡарайҙар”.
Ыңғай үҙгәрештәр булһа, уҡыусыларҙы дәртләндереү, улар менән дуҫлыҡтың роле тураһында йышыраҡ һөйләшеү, коллектив сәфәрҙәр, күңел асыуҙар, киноға барыу кеүек саралар ойоштороу мөһим.
Әгәр ҡыйырһытыу туҡтамаһа, уҡытыусы менән бергә (үҙең генә ярамай!) кәмһетеүсенең ата-әсәһе менән бәйләнешкә инегеҙ.
Уларға, ошо хәл дауам итһә, хакимиәткә йәки хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә йыйыныуығыҙ хаҡында әйтегеҙ. Класс етәксеһе аша хәлде күҙәтегеҙ, аҙнаһына кәмендә ике тапҡыр уға мөрәжәғәт итегеҙ. Көн һайын баланан мәктәптә хәлдәр нисек булыуы, был көн кисәгегә ҡарағанда яҡшыраҡ булһын өсөн ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында һорағыҙ.
Әгәр һүҙ кибербуллинг тураһында барһа
Социаль селтәр йәки башҡа мессенджерҙар аша кемдер һеҙҙе кәмһетеп хәбәр ебәрһә, уларға яуап бирергә кәрәкмәй. Дәлил ҡалһын өсөн скриншот эшләгеҙ. Бындай кешегә блок ҡуйығыҙ һәм социаль селтәрҙең етәксеһенә йәки провайдерына уларҙың ҡағиҙәләрен боҙоу тураһында хәбәр итегеҙ, кибербуллинг тап шул осраҡҡа тура килә.
Балағыҙҙың ниндәй сайттарға инеүен тикшереп тороғоҙ. Бындай осраҡта алдан белеп тороуҙың кәрәклеген аңлатығыҙ.
Әгәр ул социаль селтәрҙә әсәһе, атаһы йәки башҡа өлкәндәр – ағаһы, апаһы менән дуҫ булһа, тағы ла яҡшыраҡ.
Улығыҙ йә ҡыҙығыҙҙан уларҙың социаль селтәрҙәге битләүенең ниндәй кимәлдә һаҡлаулы булыуын һорашығыҙ. Уның аккаунттарының паролдәрен һорап алығыҙ, уларҙы иң сетерекле мәлдә генә ҡулланасағығыҙ тураһында вәғәҙә бирегеҙ һәм һүҙегеҙҙә тороғоҙ. Бындай мәғлүмәттәрҙе башҡа бер кемгә лә бирмәҫкә кәрәклеген төшөндөрөгөҙ.
Әгәр кибербуллинг осрағына юлыҡһа, был хаҡта иң тәүҙә һеҙгә әйтергә тейешлеге хаҡында килешегеҙ, бының өсөн бер ниндәй ҙә яза – телефонды йәки компьютерҙы тартып алыу булмаясағын әйтегеҙ.
Һәр яҙманы ныҡлы уйлап ҡуйырға кәрәклекте аңлатығыҙ, сөнки интернетҡа эләккән бөтә мәғлүмәт дөйөм ҡулланылышҡа сыға.

БАЛАЛАР ЫШАНЫС ТЕЛЕФОНЫ – 8 800 2000 122

Читайте нас: