2025 йылдың беренсе айында Благовещен районында 21 пар өйләнешә, ә туғыҙ ғаилә айырылыша.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хәҙер айырылышыу өсөн дәүләт пошлинаһы 5000 һум тәшкил итә. Был сумманы уртаҡ бәлиғ булмаған балалары, бергә тупланған мөлкәт һәм ҡабул ителгән ҡарарҙағы ҡаршылыҡтар булмаған парҙарға түләргә тура киләсәк. Ә балалы ғаиләләр, уртаҡ мөлкәт йәки ҡарар менән риза булмағандар суд аша айырыла. Был осраҡта ла, дәүләт пошлинаһы күләме лә 5000 һум тәшкил итәсәк.
Әгәр ир менән ҡатындың береһе хәбәрһеҙ юғалған, эшкә яраҡһыҙ йәки өс йылдан ашыу төрмәлә ултыра икән, дәүләт пошлинаһы 350 һум тәшкил итә.