Йәйғор
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
4 Май 2025, 22:20

Владимир Путин Башҡортостанда йәшәгән ғаиләне бүләкләне

Благовар районында йәшәгән ғаилә башлығы Илшат Илдар улы крәҫтиән-фермер хужалығын етәкләй, Регина Римовна – тарих уҡытыусыһы

Владимир Путин Башҡортостанда йәшәгән ғаиләне бүләкләне
Владимир Путин Башҡортостанда йәшәгән ғаиләне бүләкләне

Рәсәй президенты Владимир Путин Башҡортостандан Регина һәм Илшат Лоҡмановтарҙы «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләне. Был турала республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.

«Благовар районында йәшәгән ғаилә башлығы Илшат Илдар улы крәҫтиән-фермер хужалығын етәкләй, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Регина Римовна – тарих уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф отличнигы. Дүрт улдары бар. Асҡар, Ислам, Аслан һәм Илһам спорт менән мауыға, ижади, фәнни конкурстарҙа уңыштарға өлгәшә, яҡшы уҡырға һәм ата-әсәһенә ярҙам итергә лә өлгөрә»,  тине ул Лоҡмановтарҙың татыу ғаиләһе хаҡында.

Башҡортостанда ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн 45 ғаиләгә Рәсәйҙең дәүләт наградалары тапшырылды, – тип билдәләне министр.

Автор: admin28@rbsmi.ru
Читайте нас