Әсәй – донъялағы иң ҡәҙерле иң яҡын һүҙ. Балаларына һәр саҡ ярҙам итеүсе, терәк булыусы, ярты һүҙҙән аңлап тороусы, гел дә кәйеф булмағанда уны күтәреүсе кеше кем һуң ул?! Әлбиттә, ул – әсәй.
Эйе, тап алдан яҙып китеүемсә, һоҡланырлыҡ шәхес ул – өс бала әсәһе Гөлсирә Шаймәрҙәнова. Гөлсирә Илгизәр ҡыҙы, тормош иптәше Рамис Радик улы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булғандан һуң, балалары өсөн берҙән-бер терәк булып ҡалыусы, көслө рухлы, ауырлыҡтар алдында баш эймәүселәр рәтенән.
Ул 1980 йылда Илгизәр Ғәли улы һәм Фәүзиә Рифҡәт ҡыҙы Таһировтарҙың күп балалы ғаиләһендә икенсе булып донъяға килә. Бәләкәйҙән үк шуҡ, шаян, илгәҙәк ҡыҙыҡай булып үҫә. Бар кешегә асыҡ йөҙлө, ярҙамсыл, уңған ҡатын-ҡыҙ, әсәй, һеңле, апай, әхирәт. Бөгөн дә атаһы һәм әсәһенең, һеңле-ҡустыларының алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы, терәге. Яңғыҙы өс баланы тәрбиәләүҙә ата-әсәһенең, туғандарының ярҙамы ла баһалап бөткөһеҙ. Ҡыҙы Лилиана, улдары Алмаз һәм Самат өсөн аҡыллы, сабыр, донъяның барлыҡ серҙәренә төшөндөрөүсе ҡәҙерле әсәй. Ҡыҙы Лилиана менән улы Алмаз Ҡара-Яҡуп мәктәбенең алдынғы, әүҙем уҡыусылары булһа, кескәй Самат балалар баҡсаһына йөрөй, көн дә бер һөнәр өйрәнеп әсәһен ҡыуандырып тора. Китапханала уҙғарылған сарала ҡыҙының әсәһе тураһында әйткән ошондай һүҙҙәре күп нәмә тураһында һөйләй: «Әсәй! Беҙ тип йәшәгәнең өсөн, беҙҙең янда булғаның өсөн, бөтмәҫ ярҙамың, тәмле аштарың, татлы һүҙең, йомшаҡ ҡулдарың, наҙлы йылмайыуың, йылы ҡарашың, һүнмәҫ һөйөүең өсөн мең рәхмәт. Әсәйем! Һин һәр саҡ беҙҙең юлды яҡтыртыусы һүнмәҫ йондоҙобоҙ!» тип мөрәжәғәт иткәйне ҡәҙерле кешеһенә.
Гөлсирә Илгизәр ҡыҙы бөгөн Ҡара-Яҡуп ауыл хакимиәтендә ер эштәре буйынса белгес булып хеҙмәт итә. Эшендә тик ыңғай яҡтан ғына баһалайҙар. Ауыл халҡы өсөн иғтибарлы, ярҙамсыл ханым ул Гөлсирә Илгизәр ҡыҙы Шаймәрҙәнова. Эшлекле, уңған, өлгөлө әсәй Гөлсирә Илгизәр ҡыҙының балаларын илебеҙгә кәрәкле, ышаныслы шәхестәр итеп үҫтереүенә шик юҡ.
Авторы Ҡара-Яҡуп ауыл китапханаһы мөдире Рәзилә Әхмәтшина