Әлфиә Уразмәтова бына 55 йыл инде Яңы Ябалаҡлы ауылында ғүмер кисерә.
– 1970 йылда Кәримовтар ғаиләһенә килен булып төшкәйнем, ярты быуаттан ашыу ваҡыт күҙ асып, күҙ йомған ара кеүек кенә үтеп киткән, – ти Әлфиә Ғәлләм ҡыҙы.
Яңы Сәфәр (Сүнәй) ауылы ҡыҙы Дим буйына берегеп, башҡорт телен үҙ итеп, ауылдаштарының хөрмәтенә хөрмәт менән яуап биреп, татыу йәшәй. Ауылдаштары өсөн ул Әлфиә еңгә, олораҡтарға Әлфиә килен, ә дүрт килененә кәрәк саҡта талапсан да, кешелекле лә ҡәйнә-инәй. Килен ҡәйнә тупрағынан тиҙәр бит, ике Айгөл, Лидиә, Фаягөл килендәре ҡәйнәләренә оҡшап уңған, эшсәндәр.
– Аталары яҡты донъянан иртә китте, 43 йәшемдә биш бала менән ҡалдым. Дүрт улым ауылда, Әлмирем генә Балтас районында, фермер хужалығы алып бара. Балаларымдан бик ҡәнәғәтмен, һәр береһенең эше, донъяһы, ғаиләһе бар. улдарым да ауылды йәмләп, йән өрөп ҙур йорт һалып инделәр. Килендәрем дә үҙ-ара бик татыуҙар, – ти ун ике ейән-ейәнсәргә өләсәй булған Әлфиә инәй.
Улдары менән ғорурланырлыҡ та шул, ситтә бәхет эҙләп йөрөмәй, үҙ еренә берегеп, ата-бабалар нигеҙен тергеҙеп, ер ҡәҙерен белеп, уны эшкәртеп, мал-тыуар, шул иҫәптән йылҡы аҫрап, умарта үрсетеп, ауылдаштарына ысын өлгө булып йәшәй.
– Биш улым да хәрби хеҙмәттә булдылар, бөгөн Заһирымдың үҙенең дүрт улы бар, икәүһе хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтып эшләп йөрөйҙәр, ә береһе әле хәрби хеҙмәттә, иң кесеһенә дүрт йәш кенә. Илдәр тынысланып китһен, һуғыштар туҡтаһын – иртәнән кискә саҡлы ошо теләктәремдә йөрөйөм. Балалар атай-әсәйле үҫһен, йәтимлекте белмәһендәр, – ти оло хөрмәткә лайыҡ ил инәһе.
Колхоз баҫыуҙарында сөгөлдөр утап, бейә һауып, ҡымыҙ бешеп эшләп донъя көткән, типһә тимер өҙөрҙәй биш ул үҫтергән Әлфиә Ғәлләм ҡыҙы, оло йәштә булһа ла эшһеҙ ултыра алмай, өйө таҙа, бөхтә итеп йыйыштырылған, ҡунаҡ көткәндәге кеүек тәм-томдарын да бешергән, айырыуса ҡош теле уңа; алма, сейә ҡағы ла ҡойолған, татлы бәлештәре лә өлгөргән. Ишек алдында ҡаҙҙары йәшел келәм төҫлө бәбкә үләнендә ҡаңғылдап йөрөй.
– Үҙ-ара татыу йәшәйбеҙ, байрамдарҙа һәр саҡ төп нигеҙҙә осрашабыҙ. Уңған улдар үҫтергән ҡәйнәмә беҙ, килендәр, бик тә рәхмәтлебеҙ, – ти Рөстәм улының кәләше Айгөл килене.
– Әҙәпле, ихтирамға, хөрмәткә лайыҡ беҙҙең Әлфиә еңгә, – ти күршеләре Әминә Сәфәрғәлина.
Ил ырыҫын, ил ҡотон һаҡлап, илебеҙгә уңған улдар үҫтергән ил инәләренең береһе – Әлфиә инәй Уразмәтоваға балаларының игелеген күреп, яҡшы хәбәрҙәр ишетеп, сәләмәтлектә оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын.