-5 °С
Болотло
Благовещенда Раштыуа байрамында Александр һәм Ирина Ковиндар өйләнеште.
«7 ғинуар - беҙҙең өсөн мөһим дата. Етенсе ғинуарҙа беҙ таныштыҡ, ә бына бөгөн беҙҙең туй», - тип уртаҡлашты йәш кәләш.
Благовещен ЗАГС бүлеге мөдире Татьяна Тимофеева һүҙҙәренсә, йыл башынан биш пар үҙ мөнәсәбәттәрен законлаштырған. Үткән йылды ҡалала 300-ҙән ашыу яңы ғаилә барлыҡҡа килгән, был ҙур күрһәткес булып тора. Айырылышыуҙар һаны ике тапҡырға кәмеүе айырыуса ҡыуаныслы.