Анастасия ҙур һәм татыу ғаиләлә үҫә. Ул өс ҡустыһы өсөн хәстәрлекле апай була. Ҡалала 1-се гимназияны тамамлағандан һуң ҡыҙ Өфө юридик колледжына «Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге» һөнәрен үҙләштерергә уҡырға инә. 16 йәшенән Настя балалар байрамдарын алып барыусы булып эшләй, һәр сараға йәнен һала һәм бәләкәй ҡунаҡтарҙы ҡыуандыра.
Һәр иртә колледжға юлланғанда, Анастасия автобуста уның өсөн көн дә йылы һәм уңайлы урын алып ҡалған йәш егеткә ихтибар итә. Ул уны һәр саҡ һөйкөмлө йылмайыу менән оҙата бара. Бер аҙ ваҡыт үткәс, йәштәр яҡынданыраҡ танышырға ҡарар итә. Настя ата-әсәһенә егет тураһында һөйләй. Ғәжәп, ҡыҙ буласаҡ ҡайныһы күп йыл элек ата-әсәһенең туйында фотограф булыуын белә. Ә танышыу көнө яҡындарының туй көнөнә тура килә.
Сергей Анастасияның йөрәген үҙенең хәстәрлелеге, һөйкөмлөлөгө менән яулай. Арала килеп сыҡҡан ваҡ-төйәк бәхәстәр ҙә уларҙың хистәрен нығыта, күберәк ҡыҙыҡлы мәлдәргә әйләнә. Бер ваҡыт, мәҫәлән, үпкәләшкәндән һуң, Сергей Анастасияға әсәһенең бәлештәре менән килә. Ҡыҙ һөйгәнен кәрзин менән күреүен, оҙаҡ көлөүөн тыя алмағанын, бөтә үпкәләре шунда уҡ юҡҡа сығыуын хисләнеп иҫкә ала. Сергей бәлеш менән генә сикләнмәй. Уның яратыуы романтик ғәмәлдәргә бай була: ул ҡыҙға матур-матур гөлләмәләр бүләк итә, тылсымлы кистәр ойоштора, паркҡа, киноларға йөрөтә.
2024 йылдың йәйендә Сергей Мәскәүгә билеттар һатып ала һәм һөйгәнен киске ҡала буйлап йөрөргә саҡыра. Улар йылға ярына килеп еткәс, Сергей тәҡдим яһай. Анастасия уның ҡатыны булырға ризалаша.
Туйҙан һуң ата-әсә буласағын белә йәштәр. Шул саҡта Сергей менән Анастасия бер-береһенә мәңгегә бергә булырға вәғәҙә биреп, үҙ йөрәктәрен Аллаһ алдында берләштерергә ҡарар итә. Ҡыҙҙары Вирсавияның исеме улар өсөн тәрән мөхәббәт һәм тоғролоҡ символына әйләнә. Настя был исемде «ант ҡыҙы» һәм «ант менән бәйләү» тигәнде аңлатыуын кескәй саҡтан уҡ белә.
Сабыйын йөрәк аҫтында йөрөтөү буласаҡ әсәгә бик ауыр бирелә: дүртенсе айҙа ҡатындың аппендициты шартлай, ә һуңынан юғары ҡан баҫымы һәм резус-факторҙар конфликты арҡаһында даими хәүеф башлана. «Барыһы ла артта ҡалды инде. Вирсавия беҙҙе иң бәхетле ата-әсә итеү һәм тормошобоҙҙо мәғәнә менән тултырыу өсөн донъяға килде», — ти Анастасия.
Йәш ғаилә ысын мәғәнәһендә яратҡан ҡыҙҙары, ныҡлы терәктәре һәм таяныстары — ата-әсәләре, туғандары булыуы менән бәхетле.