- Изгелек сәсеп, изгелек алайыҡ, сөнки гөнаһтар ғәфү ителә, теләктәр ҡабул була торған ай ул, – ти Күсем ауылының имам-хатибы Әхмәт Кәримов.
Уның һөйләүенсә, ауылда эшләп килгән мәсет 1906 йылда һалынған, заманында манараһы киҫеп төшөрөлөп, мәктәп итеп тә үҙгәртелгән, тип бәйән итә хәҙрәт:
- Хәтеремдә инәйем ауыл мәсете тураһында гел генә әсенеп һөйләй ине, ташландыҡ хәлдә булыуына ныҡ борсола торғайны. Ә уның атаһы Мөхәмәтйән бит ваҡытында ауылдың муллаһы булған.
Әхмәт хәҙрәт мәсетте ҡайтанан тергеҙеү маҡсатында, 1994 йылда ауылдың бер-нисә ир-аты менән өмә эшләп, изге йорттоң тирә-яғын таҙартып, кәртәләп ҡуя. Ул замандағы колхоз рәйесе Рәйес Асаев, манара эшләтеп, төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индерә. Шулай итеп, күмәк көс менән 1996 йылда иман йорто үҙ ишектәрен аса. Ауыл халҡы әкренләп кенә дингә яҡыная, йома, байрам намаҙҙарына йөрөй башланы, тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша Әхмәт хәҙрәт.
Колхозда мал табибы булып эшләгән Әхмәт Кәримов, Өфөләге Ислам дини университетында биш йыл белеп алып, ауыл халҡының йөрәген сафландырыу, күңелен дауалау маҡсаты менән изге эшкә тотона. Уға тормош иптәше Любовь Николаевна ла оло ярҙамсы: мәсетте һәр ваҡыт таҙа, бөхтә итеп тота, тәҙрә-иҙәндәре гел йыуылған, йылы, бөтә ерҙән йәм бөркөлөп тора.
Уҙған йылдың август айында Кәримовтарҙың улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашырға тигән ҡарарға килә. Егеттең был аҙымын ололар лайыҡлы ҡабул итә, үҙ фатихалаларын биреп, оло юлға оҙата. Хәрби бәрелештәрҙең береһендә «Йыртҡыс» ҡушаматлы яугир яраланып госпиталгә эләгә. Кәримовтар, улдарын барып күреү маҡсаты менән, алыҫ юлға сыға.
- Туғандар ҡаршы килеүгә ҡарамаҫтан, туғанымдың машинаһында госпиталгә тип сыҡтыҡ. Юлда туҡтай-туҡтай, халыҡ менән аралаштып, һөйләшеп барҙыҡ. Рәсәй президенты Владимир Путин улар өсөн ҙур бер ышаныс һәм йәшәүгә өмөт уятҡан. Ябай, ярҙамсыл, рухын һис һындырмаған халыҡ йәшәүенә үҙ күҙҙәребеҙ менән инандыҡ, – ти хәҙрәт. –Атай-олатайҙар яулап алып биргән оло Еңеүҙе беҙ һаҡларға бурыслы. Родина-мать тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр, әсәй бит берәү генә – иң ҡәҙерлеһе. Берҙәмлектә – көс, берҙәм булһаҡ, доғала булһаҡ, илебеҙ ҙә көслө. Шул турала госпиталдә лә вәғәз һөйләнем, доғаларымды уҡыным. Яралы яугирҙәребеҙ мине йотлоғоп тыңланы. Тән һәм күңел йәрәхәттәрен дауалау өсөн доғалар бик кәрәк, – тигән ҡарашта Әхмәт Әхмәтзыя улы. – Яу яланында ла, госпиталдә лә ғүмерҙең ни тиклем ҡәҙерле икәнлеген яҡшы аңлайҙар, окопта бит динһеҙҙәр юҡ. Аллаһы тәғәләнең ҡөҙрәтенә, уның барлығына ныҡ ышандыҡ, тиҙәр яугирҙәр, – тип бәйән итә Әхмәт хәҙрәт.
Әйтергә кәрәк, Күсем ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарына гуманитар ылау оҙатыуҙа ла ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итеп тора. Әхмәт хәҙрәт үҙе генә өс тапҡыр таҡта, брус ебәргән.
Ауылда һәм район кимәлендә ойошторолған хәйриә сараларында йыш осратырға була Әхмәт Кәримовты. «Изге яҙылыу» акцияһында ла ҡатнашып ауылдаштарына «Йәйғор» гәзитен бүләк итә.
Айгөл Шәймөхәмәтова, Шишмә районы