

– Улыбыҙ тәүге көндәрҙән үк махсус хәрби операцияла ҡатнаша, уны беренселәрҙән булып саҡырҙылар, – тип һөйләне Гүзәл Әлтәф ҡыҙы. – Ул, саҡырыу алыу менән, икеләнмәйенсә, башҡа бик күп батыр егеттәребеҙ кеүек беҙҙе яҡларға китте. Беҙ ҡулдан килгәнсә яугирҙарыбыҙға ярҙам итергә тырышабыҙ. Гуманитар конвой әҙерләүҙә ҡатнашабыҙ. «Салауат янында» ирекмәндәр штабына әүҙем йөрөйбөҙ, башҡа ирекмәндәр менән бергә маскировка селтәрҙәрен бәйләйбеҙ, окоп шәмдәре эшләйбеҙ, туҡмаҫ кисәбеҙ һәм балаларыбыҙ өсөн посылкалар әҙерләйбеҙ.
Гүзәл Әлтәф ҡыҙы һәм Ришат Флүр улы лайыҡлы ул тәрбиәләгән өсөн Иглин районы хакимиәтенең рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Беҙ ғаиләгә ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ, ә батыр яҡташыбыҙҙың исән-имин Еңеү менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!
Изге эштәр аҙнаһы
Иглин йәш армиясылары “Бер көн дә изге эштәрһеҙ" (“Ни дня без добрых дел”) аҙналыҙғы үткәрҙе. Уның сиктәрендә хәрби хеҙмәттә ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә һәм өлкән йәштәге кешеләргә ярҙам күрһәтелде.
Илмир Юнысов етәкселегендәге Иглин районының «Йәш армия» Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте «Бер көн дә изге эштәрһеҙ» күләмле хәйриә акцияһын ойошторҙо. Йәш патриоттар ярҙамға мохтаж 12-нән ашыу ғаиләгә ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Йәш армиясылар йорт ҡыйыҡтарынан ҡар төшөрҙө һәм йорт яны биләмәләрен ҡарҙан таҙартты. Был эш райондың өлкән йәштәге кешеләре, шулай уҡ яҡындары махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән ғаиләләр өсөн айырыуса актуаль булды.