Һәр ваҡыт киләсәккә табан ынтылған ҡыҙыҡлы, һәләтле кешеләр менән аралашыу минең өсөн оло бәхет һәм мәртәбә. Әлеге геройым кеүек кешеләр бер минутын да әрәм итмәй, һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡ эҙләй. Үҙ-үҙен белгәндән алып ул үҙенең уй-ниәттәрен тормошҡа ашыра, гел илһам сығанағын эҙләп, яңы белем артынан ынтылғанда уңышҡа өлгәшкәндәрҙән өлгө ала.
Үҙе лә күптәргә ысын миҫал булырҙай Зифа Байморатова өсөн һөйөклөһө Илшатты, балалары Гөлназ, Айрат, Әмирҙе, яҡындарын ҡосаҡлай алыу, сәләмәт булыу, татыу ғаиләлә йәшәү, яратҡан эшендә эшләү, уҡыусылары, дуҫтары менән аралашыуҙан да оло бәхет юҡтыр был донъяла. Ҡыҙыҡһыныу менән тирә-йүнде таныған, зауыҡлы, башҡаларҙан мөләйемлеге, кешелеклелеге, ихласлығы менән айырылып торған Зифа Нуретдин ҡыҙы менән 2007 йылда ул Благовещен ҡалаһының 5-се мәктәбенә эшкә килгән саҡта танышып киттек. Ул осорҙа Зифа Байморатова мәктәптә балаларҙы башҡорт теле серҙәренә өйрәтә, минең “Панорама” район гәзитендә эшләгән, Благовещен районы башҡорттары ҡоролтайын етәкләгән осорҙа, уның менән халҡыбыҙҙы берләштергән күпме матур саралар үткәрергә, фестиваль – конкурстарҙа, радио-телевидение тапшырыуҙарында ла ҡатнашырға насип булды. Шул ваҡыттан алып серҙәребеҙ беректе, йылы мөнәсәбәттә булдыҡ, уның менән ҡурҡмайынса күпме сетерекле хәлдәрҙе уртаға һалып һөйләшә, уртаҡлаша инек. Тап ошо осорҙа байтаҡ мәртәбәле эштәр башҡарып, бер-беребеҙҙә терәк таяныс күрҙек.
Инде юлдарыбыҙ бер аҙ айырылһа ла, Зифа һәм Илшат Байморатовтарҙың абруйлы ғаиләһе, уҡыусылары, мәктәп етәкселеге, ата-әсәләр хөрмәтләгән мөғәллимәнең маҡтаулы эше тураһындағы йылы тәьҫораттар күңелде йылыта һәм матур мәлдәрҙе иҫләтә. Инде өсөнсө йылға яҡын Өфөлә йәшәһәм дә, Зифаның эшендәге, уҡыусылары араһындағы ҡаҙаныштарға, ғаиләһендәге матур яңылыҡтарға, ҡыҙы һәм ике улының уңыштарына шатланып торам. Өлкән улым Ильяс та иң яратҡан уҡытыусыларының береһе булған Зифа Нуретдин ҡыҙын хөрмәтләп иҫкә ала.
Уҡытыусы даими рәүештә үҙенең квалификацияһын күтәрә, көндөҙгө һәм дистанцион курстарҙа уҡый, семинарҙарҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа тупланған тәжрибәһе менән уртаҡлаша, мәктәп, муниципаль, республика кимәлендәге профессиональ педагогик оҫталыҡ конкурстарында ҡатнаша һәм лауреат була. Төрлө кимәлдәге рәхмәт хаттарына, маҡтау ҡағыҙҙарына, дипломдарға лайыҡ Зифа Нуретдин ҡыҙы Байморатова. 2011-2012 йылдарҙағы уҡыу йылында уҙған “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында ҡатнашҡан уҡытыусы 1-се дәрәжә диплом менән бүләкләнә. Күгәрсен районының аҫыл ҡыҙы, уҡытыусы әсәһенең хеҙмәт династияһын лайыҡлы дауам иткән Зифа Нуретдин ҡыҙы яҡташы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған «Тере шишмәләр» республика конкурсында «Уҡытыусы-уҡытыусы» номинацияһында II дәрәжә дипломант була. “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй IV республика конкурсында «Ҡатын-ҡыҙ – уҡытыусы» номинацияһын да яулай. Шулай уҡ “2019-2020 йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары өсөн мультимедиа комплекстары” республика конкурсы программаһында ла еңеп сыға. Уҡыусыларының һәм күп йылдар элек ойоштороп, эшен даими йәнләндереп торған “Хазина” театр-фольклор төркөмөндә шөғөлләнеүселәрҙең уңыштарында тырыш, тәүәккәл уҡытыусының тынғыһыҙ эш һөҙөмтәһе күренә.
Әле яңыраҡ Зифа Байморатова республикала 28 йыл рәттән үткәрелгән "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсында ҡатнашып, иң көслө тип табылған 5 конкурсант араһына сыҡты һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың маҡтау ҡағыҙы, иҫтәлекле бүләгенә лайыҡ булды.
- Төбәк-ара "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсы йылдағыса шаулап-гөрләп, милли рухлы, сәмле сара рәүешендә барҙы. Быйыл бәйгелә 61 уҡытыусы үҙ көсөн һынаны. Улар араһында милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә башҡорт теле дәрестәрен алып барған педагогтар ҙа бар ине. Бындай һөнәри конкурстарҙың әһәмиәте ҙур. Ул уҡытыусыларҙы дәртләндерә, бер-береһе менән кәңәшләшеп, фекер, тәжрибә уртаҡлашып эшләү мөмкинлеген аса. Киң йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеп, иң алдынғы уҡытыусыларҙы асыҡлау өсөн ойошторолған конкурста үҙ эшемдең кәрәклеген тойҙом, фекерҙәштәремде таптым, яңы идеялар менән байыным. Конкурсант булараҡ, баш ҡаланың 110-сы мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыларына “Тыуған ерем – Башҡортостан” тигән темаға асыҡ дәрес бирҙем. Быйылғы конкурстың тәрбиә темаһына арналған өлөшө республикабыҙҙа иғлан ителгән Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылына арналды. Үҙ һөнәрен ихлас күңелдән яратҡан хеҙмәттәштәрем уҡыусыларын лайыҡлы кешеләр итеп үҫтереп, оло тормош юлына сығарып, уларҙың уңыштарына һөйөнөп кенә йәшәһен,- тип һөйләне юғары квалификация категориялы уҡытыусы Зифа Байморатова.
2001 йылда М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын уңышлы тамамлаған, 16 йыл дауамында Благовещен ҡалаһының 5-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Зифа Нуретдин ҡыҙының бәләкәй саҡтан һүҙ ҡөҙрәтенә, мөмкинлектәренә ышанып үҫкән уҡыусылары киләсәктә әллә ниндәй үрҙәр яулар әле! Ул - туған телебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә һөйөү уятҡан, тәрбиәләгән уҡытыусыларыбыҙҙың береһе.
-Артабан да халҡыма, Башҡортостаныма хеҙмәт итермен һәм нур сәсермен! Яңынан һөнәр һайлап, кем булыр инең, тип һораһалар, бер ҙә икеләнмәйенсә: “Тик Уҡытыусы!” тиер инем, – ти Зифа Нуретдин ҡыҙы.
Сөнки уның һайлаған ғүмерлек хеҙмәт юлы – күңел талабы һәм күңел йыуанысы! Ул һәр дәресте көтөп ала. Туған телде ҡәҙерләргә,һаҡларға өйрәтеү ҙә уның ҙур бурыстарының береһе. Бар ғилемен, көсөн, яратыуын балаларға бағышлай, һәр уҡыусыны ысын шәхес итеп ҡабул итә. Беләм, былар уға киләсәктә хөрмәт, уҡыусыларының тормошонан ҡәнәғәтлек булып әйләнеп ҡайтыр.