Йәйғор
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Сентябрь 2023, 15:29

Ҡайҙа тыуған – шунда ереккән

“Ҡайҙа тыуған – шунда ереккән” тигәндәй, Благовещен районының Илек ауылы ҡыҙы Альбина Сәмиғуллина тап шундайҙарҙан.

Ҡайҙа тыуған – шунда ереккән
Ҡайҙа тыуған – шунда ереккән

Булмышы менән егәрле, булдыҡлы был ҡатын ҡайҙа ла юғалып ҡалмай, был тормошта үҙ шөғөлөн, тәғәйенләнешен тапҡан. Хәләл ефете Илфир менән Альбина ун өс йыл элек ғаилә ҡорған. Йәштәр Альбинаның тыуған ауылында төпләнгән. Ҡыҙы Камилла һәм улы Искәндәргә тейешле тәрбиә биреп, үҙ донъяһын матур итеп ҡороуға өлгәшкән улар.

          “Ҡулынан да, теленән дә килә” тигән мәҡәл Альбина кеүектәргә тап килә.Туған телгә, тыуған ауылына,мәктәбенә оло хөрмәт менән ҡараған, һәләтле уҡыусылары, яҡташтары менән ғорурланған уҡытыусының абруйы ҙур ауылда.  

Альбина Сәмиғуллина 2011 йылда Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында уҡый. Ул филология факультетының татар теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлағандан бирле тыуған мәктәбендә эшләй. Бына икенсе йыл инде ул райондың татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары берләшмәһен етәкләй, хеҙмәттәштәре менән кәңәшләшеп эшләй.

  -Уҡытыусы булыу – бала саҡ хыялым. Туған телем – татар телен, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын, йола-байрамдарын, йыр-моңон, уҡыусыларымды бик яратам. Парта артында миңә һынап та, яратып та, ҡыҙыҡһынып та ҡараған балаларҙың киләсәге өсөн нәҡ үҙемдә оло яуаплылыҡ тоям. Һәр баланың һәләтен тойоп,улар менән айырым шөғөлләнергә ваҡыт табам. Туған телдә яҡшы аралашҡан уҡыусылар дәрестә үҙаллы эшләргә, фекер йөрөтөргә, матур итеп һөйләргә, шулай уҡ иптәшен иғтибар менән тыңларға өйрәнә. Бер-береһе менән дуҫ, татыу, тырыш балалар, уларҙың ярҙамсыл ата-әсәләре менән эшләүе лә күңелле.
Балаларҙың күптәре матур йырлай, тасуири итеп шиғыр, әкиәттәр уҡый, оҫта һүрәт төшөрә. Уҡыусыларының татар теле һәм әҙәбиәтен теләп өйрәнеүенең һөҙөмтәләре лә бар. Әсәһенең уң ҡулы, һәләтле ҡыҙы Камилла Сәмиғуллина, Риана Йыһангәрәева район, республика олимпиадалары призерҙары, төрлө конкурс-фестивалдәр еңеүселәре. 

Кешене кеше итеп тәрбиәләүҙә атай-әсәйҙән тыш уҡытыусы ла ҙур роль уйнай. Альбина Ғәсимйән ҡыҙы быны яҡшы аңлай  һәм уҡыусыларын  лайыҡлы шәхестәр итеп тәрбиәләүгә, уларға төплө белем биреүгә үҙенең ҙур өлөшөн индерә. Әле яңыраҡ уҡытыусыларҙың август район кәңәшмәһендә Альбина Ғәсимйән ҡыҙы хеҙмәттәге уңыштары һәм үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙәге билдәле ҡаҙаныштары өсөн Благовещен район Советының маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.

  Илек ауылының 310 йыллыҡ юбилейын үткәргәндә, район һабантуйы, башҡа мәртәбәле сараларҙа ла Альбина Ғәсимйән ҡыҙы ойоштороу эштәренә бер ҙә иренмәй, ҙур теләк менән тотонған илһөйәрҙәр рәтен тулыландыра. Ауылым, яҡташтарым тип йәшәгән был аҡыллы, дәртле ҡатын Илек ауыл клубы нигеҙендә ойошторолған “Шишмә” татар үҙәгенең эшен дә даими алып бара. Үҙәктең эшен йәнләндереү маҡсаты менән ул барса сараларға ауылдаштарын, йәштәрҙе, балаларҙы йәлеп итә. Күңелде йылытырлыҡ нур таратҡан был мәҙәни усаҡ һүнмәһен өсөн бында ла эшләгән Альбина Сәмиғуллина күп көс түгә. Халыҡтың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатынан ул, оҫта ойоштороусы булараҡ, китапханасы Зилә Ғәйетҡолова менән бергәләп осрашыуҙар, мәҙәни саралар үткәрә, балаларҙы төрлө түңәрәктәргә йәлеп итә.  

Тыуған тупрағынан көс алып, унда йәшәгән яҡташтары мәнфәғәте өсөн тырышып хеҙмәт һалған, киләсәктә йәш илектәрҙе илебеҙҙең ысын шәхестәре итеп тәрбиәләгән уҡытыусы Альбина Ғәсимйән ҡыҙы Сәмиғуллинаның алда эшләйәсәк эштәре, алға ҡорған пландары бик күп. Уның тырышлығы, уңғанлығы, әүҙемлеге менән улар тормошҡа ашыр һәм уның сәскән орлоҡтары мул уңыш бирер. 

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: