Йәйғор
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Сентябрь 2023, 14:43

Уҡытыусылар премияға лайыҡ

Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2023» конкурсы финалистары Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһы менән бүләкләнде.

Уҡытыусылар премияға лайыҡ
Уҡытыусылар премияға лайыҡ

Бүләкләнеүселәр араһында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы- 2023» һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурстары финалсылары ла ҡатнашты. Благовещен ҡалаһы мәктәптәренең абруйлы уҡытыусылары Ольга Доронина, Наталья Акатьева, Наталья Караваева һәм Зифа Байморатова Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһына лайыҡ булды. Наградаларҙы уларға Радий Хәбиров тапшырҙы.

-Яңы уҡыу йылы алдынан республикабыҙ етәкселеге тарафынан уҡытыусыларға бүленгән оло иғтибар, изге теләктәр һәм, әлбиттә бирелгән премия кәйефтәрҙе күтәреп кенә ҡалманы, ә алдағы эштәргә этәрерҙәй көс, дәрт бирҙе. Беҙгә тик тырышып эшләргә, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә, илибеҙ киләсәге булған белемле, алдынғы ҡарашлы балалар тәрбиәләргә генә ҡала. Теләк көслө, тик илебеҙ күге тыныс һәм һаулыҡ ҡына булһын, - тип һөйләне 5-се мәктәп уҡытыусыһы Зифа Нуретдин ҡыҙы Байморатова.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: