Бөгөн,1 сентябрь – Белем көнөндә, уҡыусылар,уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн яңы уҡыу йылы башланды. Йәйге йәмле көндәр артта ҡалды, уҡыусыларҙы алда күп яңы һәм ҡыҙыҡлы мәлдәр көтә.
Был тантаналы көн беренселәр өсөн иң иҫтәлекле көн булды.Уларҙың тормошонда онотолмаҫлыҡ тойғолар менән тулы яңы осор башланды. Айырыуса А.Я Першин исемендәге 4-се мәктәптең ишеген тәүбашлап асып ингән уҡыусылар Мират Хәмәтгәрәев һәм Яна Зырянова был көндө тулҡынланып көтөп алған. Беренсе класҡа уҡырға килгән Мират менән Яна мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡырға, яңы дуҫтар табырға хыяллана, дәрестәрҙең ҡыҙыҡлы булыуына ышана.
- Мин ҡаланың «Росинка» 16-сы балалар баҡсаһына йөрөнөм. Унда Миша менән таныштым, артабан ул минең иң яҡын дуҫыма әүерелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул икенсе мәктәптә уҡыясаҡ, – ти Мират. - Минең беренсе уҡытыусым Эльмира Цыпленкова буласаҡ. Ул өлкән Искәндәр ағайымдың уҡытыусыһы булды. Ағайым һөйләүенсә, ул яҡшы, изгелекле мөғәллимә.
Мират йыл буйына мәктәпкә әҙерлек дәрестәренә йөрөгән, унда көн һайын уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән, шулай уҡ мәктәпкә йыйынған ҡустыларына Арыҫлан һәм Искәндәр ағалары ла ярҙам иткән. Хәҙер Мират балалар энциклопедияһын уҡый һәм даими рәүештә өйҙәгеләргә нимә тураһында белеүен, төрлө ҡыҙыҡлы факттарҙы хәбәр итә.
- Беренсе класс уҡыусыһы булған Миратыбыҙҙың дәрте оҙаҡҡа етерме-юҡмы икәнен белмәйем. Әммә әлегә ул мәктәпкә әүҙем ынтыла, әҙерлек эштәрендә ҡатнаша. Уға 11 йыл дауамында күп нәмәгә өйрәнергә, төшөнөргә күп көс, теләк һәм тырышлыҡ кәрәк буласаҡ, - ти малайҙың әсәһе.
Мират Яна Зырянова менән мәктәпкә әҙерлек дәрестәре осоронда таныша. Тап шул саҡта ҡыҙ беренсе класта уҡый башлау менән үҙенә етдиерәк булырға, яҡшы баһалар алырға кәрәклеген аңлай һәм 4-ле билдәһенең дә яҡшы икәнлеген белә. Мәктәп формаһы, рюкзак, дәфтәрҙәр, ручкалар, ҡәләмдәр әҙер... Яна 1 сентябрҙе түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Кем менән парта артында ултырасаҡ, ниндәй предметтарҙы өйрәнәсәк... Уға бөтә нәмә лә бик ҡыҙыҡ. “Якорек” 11-се балалар баҡсаһында ҡыҙ тәрбиәселәре ярҙамында күп нәмәгә өйрәнгән: уҡырға, яҙырға, төрлө һөнәрҙәр менән танышҡан.
- Мин һүрәт төшөрөргә, модалы кейемдәр ижад итергә, аппликациялар эшләргә яратам, шуға үҫкәс, дизайнер булырға теләйем. Шулай уҡ хайуандарҙы яратам, бәлки, ветеринар ҙа булырым, – тип һөйләй Яна. – Ата-әсәйем кәңәш иткәнсә, башта мәктәптә тик тырышып уҡырға, белем алырға, уҡытыусыны иғтибар менән тыңларға һәм заданиеларҙы теүәл үтәргә кәрәк.
Һәр ата-әсә балалары менән бергә борсола. Улар кисә генә балалар баҡсаһына урынлашһа, бөгөн инде беренсе класс уҡыусылары булып киткән. Уларға белем донъяһына сәйәхәт итеү, мәктәп программаһын аңлау нисек булыр? Ауырмы, әллә ябаймы? Әммә тәжрибәле уҡытыусылар уларҙың балаларына һәр эштә ярҙам итәсәген өлкәндәр бик яҡшы белә.
Бөгөнгө тантаналы линейкала бөтә уҡыусылар өсөн дәрескә саҡырып беренсе ҡыңғырау яңғыраны, ул яңы уҡыу йылы башланыуын иғлан итте. Ҡыҙыҡлы белем донъяһына, рәхим итегеҙ!