Үҙ һөнәреңә ҡарата хөрмәт, үҫеп килгән быуын вәкилдәрендә лә ҡыҙыҡһыныу уята, ата-әсәләре эшенә балалары ла ихтирам менән ҡарай, күп осраҡта үҙҙәре лә ошо һөнәрҙе һайлай. Уҡытыусы булыуы менән ғорурланған нәҫелебеҙ өсөн был һөнәр – үҙенсәлекле йәшәү рәүеше лә ул. Был ябай һөнәр һайлау ғына түгел, ә эске бер илаһи кисереш. Уҡытыусы булыу еңелдәрҙән түгел, ә шулай ҙа балалары, ейәндәре ошо юлды һайлай һәм өлкәндәр башлап ебәргән данлы хеҙмәт юлынан ғорур атлай.
Өс быуын педагогтар
Нәҫелебеҙҙәге өс быуын булған ун өс уҡытыусының дөйөм педагогик хеҙмәт стажы өс йөҙ йылдан ашып китә. Педагогтар династияһына 1935 йылда Иҫке Ябалаҡлы ауылында ишле ғаиләлә тыуған өләсәйем Мөнирә Ҡорманаева-Гузина нигеҙ һалып ебәргән. Был ғаиләләге туғыҙ баланың өсәүһе уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалған. Өләсәйем Мөнирә Миңлебай ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһендә ике генә яҙма бар: 1955 йылдың 25 авгусында Түбәнге Хәжәт ауылының ете йыллыҡ мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә, икенсе яҙма – 1995 йылдың 1 сентябренән хаҡлы ялға сығыу сәбәпле, эштән ебәрелә. Был ике яҙма араһында ҡырҡ йыл – бөтә йәшәү мәғәнәһе. Кенәгәнең биттәре бөтә ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған ауыл уҡытыусыһының ябай наградаларын теркәгән, унда почет грамоталары, рәхмәт хаттары, юбилей һәм «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары.
Династия дауамы - әсәйем
Династиябыҙҙың икенсе быуынын минең әсәйем – Ләлә Ҡорманаева-Дегтерева дауам итә. Ул минең өсөн әсәйем генә түгел, ә ғүмерем буйына кәңәшсем дә, уҡытыусым да булып ҡала килә. Уның уҡытыу стажы 5 йәштән үк башланған. Ауылда балалар баҡсаһы булмау сәбәпле, ул әсәһе Мөнирә менән мәктәпкә йөрөгән, уның дәрестәрендә ултырырға мәжбүр булған, әсәһенә оҡшатып уҡыусыларҙың дәресен тикшереп, парта буйлап та йөрөгән. Урта мәктәпте тамамлағас, һөнәр һайлап баш ватып та тормай. Ғаилә кәңәшмәһендә ата-әсәһе, апайҙары ла: уның күҙҙәре үк уҡытыусы, ҡиәфәте, йөрөшө лә уҡытыусыныҡы, мәктәп уныҡы, тип хәл итәләр... Мәктәпкә эшкә барған ҡыҙ ситтән тороп М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит телдәр факультетын тамамлай. Бына 40 йыл инде әсәйем Ләлә Фәнүт ҡыҙы үҙенең яратҡан һөнәре буйынса әүҙем эшләп йөрөй, заман талаптарына ярашлы яңы фәнни-мәғлүмәти технологиялар ҡуллана, дәрестәренә ижади әҙерләнеп, уҡыусыларҙы үҙенә ылыҡтыра белә.
Балаларҙа кешелек сифаттары тәрбиәләйем
Мин – Лилия Сазыкина – династияның өсөнсө быуын вәкиле. Һөнәр һайлауымда яҡын кешеләремдең өлгөһө ҙур роль уйнаны, әлбиттә, бына 12 йыл инде «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем. «Йыл тәрбиәсеһе-2015» бәйгеһендә почетлы икенсе урын яуланым, 2022 йылда Башҡортостан Республикаһының профсоюздар ойошмаһының Почет грамотаһына лайыҡ булдым. Тәрбиәсе эше уҡытыусы эшенән айырылып торһа ла, ә башҡарған эштең нигеҙе бер. Балаларҙа кешелек сифаттары тәрбиәләү, уларҙың кескәй генә йөрәгенә тос, саф, сәләмәт орлоҡтар һалыу минең бар теләгем һәм булмышым.
Ейәндәремә остаз булырға яҙһын!
Педагог – ул уҡытыусы, тәрбиәсе, психолог һәм артист. Педагог – ул ябай эш кенә түгел, уның алдында ҙур һәм мөһим бурыстар тора. Әгәр ҙә кисен һеҙҙең өйөгөҙҙә педагогик совет һәм бөтә һөйләнгән хәбәр мәктәп, класс тураһында икән, әгәр был һөнәр бер нисә быуындың йәшәү рәүешенә әйләнгән икән – был уҡытыусы – педагогтар династияһының тулы ҡанлы вәкиле тип иҫәпләнә. Үҙемдең дә балаларым үҫеп килә, улар араһынан кемдер педагог һөнәрен һайлап, беҙҙең династияны дауам итһә, мин быны оло ғорурлыҡ менән ҡабул итәсәкмен. Кем белә, бәлки миңә лә киләсәктә ейәндәремә остаз булырға насип булыр. Шул осраҡта беҙҙең нәҫел педагогтарының һаны ла бермә-бер артыр.
Лилия Сазыкина, Шишмә районы.