Йәйғор
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Октябрь 2023, 11:30

Хеҙмәтенең һөҙөмтәһе – юғары награда

 «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем тантаналы шарттарҙа  өс уҡытыусыға - А.Я. Першин исемендәге 4-се мәктәптең информатика уҡытыусыһы Марина Мирвәизоваға, М.А. Киняшов исемендәге 6-сы урта мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Ирина Дироноваға һәм 1-се гимназияның география уҡытыусыһы Елена Барановаға бирелде.  

Хеҙмәтенең һөҙөмтәһе – юғары награда
Хеҙмәтенең һөҙөмтәһе – юғары награда

Уҡытыусыларҙың һөнәри байрамы көнөндә Благовещен районы уҡытыусылары юғары дәүләт наградалары алды.  

           «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем тантаналы шарттарҙа  өс уҡытыусыға - А.Я. Першин исемендәге 4-се мәктәптең информатика уҡытыусыһы Марина Мирвәизоваға, М.А. Киняшов исемендәге 6-сы урта мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Ирина Дироноваға һәм 1-се гимназияның география уҡытыусыһы Елена Барановаға бирелде.  

-Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан шундай мәртәбәле маҡтаулы исем алыу бик тулҡынландырғыс булды.Үҙ һөнәремде мәктәп уҡыусыһы булған сағымда уҡ һайланым. Бында әсәйемдең һәм яратҡан уҡытыусыларымдың йоғонтоһо көслө булды. Эшемде һәм уҡыусыларымды бик яратам, улар ҙа үҙ сиратында география фәнен яҡшы белеүен билдәле уңыштары менән предмет олимпиадаларында һәм конкурстарында дәлилләй, - тип шатлығы менән уртаҡлашты 1-се гимназияның география уҡыусыһы Елена Владимировна Баранова.

«Мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә Үрге Иҙәк ауылы мәктәбе директоры урынбаҫары Ольга Леонтьева, 5-се урта мәктәптең математика уҡытыусыһы Гүзәл Сиражетдинова лайыҡ булды. Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығының почет грамотаһы 5-се урта мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Ирина Дьячковаға һәм район мәғариф идаралығының дөйөм, мәктәпкәсә һәм өҫтәмә белем биреү бүлегенең уҡыу эшмәкәрлеге буйынса баш белгесе Ольга Әбкәримоваға тапшырылды.

Улар район-ҡалабыҙҙың абруйлы уҡытыусылары, уларҙың һәр береһенең йөҙләгән сығарылыш уҡыусыһы бар, улар мәктәпте уңышлы тамамлаған, кәрәкле белгестәр булып тормошта үҙ урынын тапҡан кешеләр. Дәүләтебеҙ тарафынан бирелгән наградалар ҙә тап ошоно дәлилләй.

Хеҙмәтенең һөҙөмтәһе – юғары награда
Хеҙмәтенең һөҙөмтәһе – юғары награда
Хеҙмәтенең һөҙөмтәһе – юғары награда
Читайте нас: