Йәйғор
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Ноябрь 2023, 14:17

Ауылдың йөрәге - мәктәп

Һәр иртә, бәләкәй генә шишмәләр бер ағымға ҡушылғандай, Благовещен районының Илек мәктәбенә балалар, кемдер йәйәү, ә кемдер мәктәп автобусында күрше ауылдарҙан юллана.

Ауылдың йөрәге - мәктәп
Ауылдың йөрәге - мәктәп

- Беҙҙең мәктәп - районда иң боронғоларҙан һанала. Тәүҙә ул 1913 йылда төҙөлгән земство тип иҫәпләнгән, - ти мәғариф учреждениеһы директоры Эльза Ғайсина. - Хәҙер мәктәп аҙ комплектлы. Әммә ул бәләкәй булғанлыҡтан, беҙгә бер кем дә ташлама бирмәй, бөтәһе менән бер рәттән эшләйбеҙ. 26 уҡыусы белем ала, тағы ла һигеҙ сабый мәктәпкәсә төркөмгә йөрөй. Берҙәм коллективым менән ғорурланам. Алты уҡытыусы юғары, берәүһе беренсе категорияларға эйә. Беҙҙә тәрбиә эшендә күп йүнәлештәр бар, уларҙың береһе - спорт эшмәкәрлеге. Шулай уҡ беҙҙә экология, патриотик тәрбиә буйынса ҙур мәғрифәтселек эше алып барыла.
Заманса талаптар буйынса мәктәп периметры буйлап видеокүҙәтеү ҡуйылған, бинаға шылтыратып ҡына инергә мөмкин. Балалар мәктәп янындағы участкала уҡытыусылар менән бергә экологик таҙа йәшелсәләр үҫтерә. Күмәк көс менән үҫтерелеп, йыйып алынған йәшелсәләр мәктәп ашханаһында ҡулланыла.
- Һәр белем биреү учреждениеһындағы кеүек, беҙҙең дә проблемаларыбыҙ бар. Мәҫәлән, иҫке тәҙрәләрҙе пластик тәҙрәләргә алмаштырырға кәрәк. Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашып ҡарайбыҙ ҙа бит, тик әлегә һөҙөмтә юҡ. Быйыл үҙебеҙҙе тағы ла һынап ҡарарға булдыҡ, - ти Эльза Әлфәс ҡыҙы.
Мәктәптә туған татар телен үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүленә.
- Бында 2011 йылдан алып эшләйем, ошо 12 йыл эсендә беҙ йыл һайын муниципаль этап олимпиадаларында еңеүсе һәм призер булабыҙ. Тикшеренеү проекттарында, художестволы үҙешмәкәрлектә теләп ҡатнашабыҙ, - ти татар теле уҡытыусыһы Альбина Сәмиғуллина. - Иҫке Илек ауылында башлыса татарҙар йәшәй, шуға күрә беҙҙә мәктәптә белем алыу өсөн ниндәй туған тел һайлау буйынса һорауҙар тыумай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, техник яҡтан проблемалар менән осрашырға тура килә. Әгәр былтыр беҙгә компьютер бирелһә, әлегә тиклем интерактив таҡта юҡ.
Мәктәпте тамамлаусылар менән бында ғорурланалар. Улар араһында билдәле мотоуҙышсы Фәрит Шәйнуров та бар. Ул спидвей (1959 йыл), халыҡ-ара класлы боҙҙа мотоуҙыш буйынса (1960 йыл) СССР-ҙың беренсе чемпионы булған. Билдәле ҡурсаҡ театры актеры Фәтих Дәүләтбаев та ошо мәктәптә уҡыған. Йөҙҙәрсә роль, билдәле режиссерҙар - Владимир Штейн, Кашфий Ғәҙелшин, Павел Мельниченко менән уңышлы эшләү, күп кенә халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй театр фестивалдәрендә ҡатнашыу, театр менән Башҡортостан, Рәсәй, Төркиә буйлап гастролдәрҙә йөрөү - был билдәле шәхес иңдәрендә ята. Театр сәнғәтен үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн Фәтих Дәүләтбаев Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған һәм халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: