Мәктәптә Артемға гуманитар һәм теүәл дисциплиналар ҙа берҙәй еңел бирелә. Ул айырыуса биология һәм физкультура дәрестәрен ярата. Активист класташтарына, дуҫтарына ихлас ярҙам итә, йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай, башланғыс мәктәп уҡыусыларына «яҡшы» һәм «насар» тигән төшөнсәләрҙең нимә икәнлеген дә аңлата. Артем бөтә мәктәп сараларында һәм спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Уның уңышлы сығыштарын күп һанлы наградалар, шулай уҡ ГТО-ның алтын билдәһе лә дәлилләй. Артем ата-әсәһенең сикһеҙ һөйөүе һәм хәстәрлеге менән уратып алынған, улар бәләкәйҙән уға һәм уның ике ҡустыһына иң яҡшы сифаттар тәрбиәләй, изгелекле, намыҫлы, ғәҙел булырға өйрәтә.
-Өлкән улымдың ярҙамынан башҡа ауыр булыр ине. Ул һауыт-һабаны ла, иҙәнде лә йыуа, ата-әсәһенә ремонт эштәрендә лә ярҙам итә, - ти Артемдың әсәһе Дилара Рауил ҡыҙы. Артем хайуандарҙы бик ярата. Йыш ҡына аҙыҡ һатып ала һәм урамда ҡалған бесәйҙәрҙе ашата, ҡоштар тураһында ла онотмай.
Нисек яҡшы уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә, ата-әсәһенә ярҙам итергә тигән һорауға Артем: «Иғтибарлы һәм үҙаллы булырға. Әммә иң мөһиме-белемгә, спортҡа ынтылыш һәм теләк булырға тейеш... Ул саҡта барыһы ла мотлаҡ тормошҡа ашыр.