Йәйғор
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Ғинуар , 16:46

Олимпиадала белемен иҫбатланылар

Өфө районы мәктәбе уҡыусыһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткән регион-ара олимпиадала еңеүсе булды. И. А.Пикунов исемендәге Дорогин мәктәбенән Милена Парушкинаға республикала дәүләт (башҡорт) телен өйрәнгән уҡыусылар араһында тиңдәр булманы.

Олимпиадала белемен иҫбатланылар
Олимпиадала белемен иҫбатланылар

8-9 ғинуарҙа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың финал этабы тамамланды. Олимпиадаға Башҡортостан, Татарстан республикалары, Силәбе, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренең белем биреү учреждениеларынан 9-11 класс уҡыусылары йыйылды. Йыл да уҙғарылған был сараға Өфө районының Алексеевка, И. А.Пикунов исемендәге Дорогин, Октябрьский, Шамонин, Миловканың «Гармония» мәктәптәренән, Жуковтың “Уңыш мәктәбе” нән уҡыусылар ҡатнашты. Олимпиада этабын тамамлап, Башҡортостан Республикаһында дәүләт (башҡорт) телен өйрәнгән уҡыусылар араһында И. А.Пикунов исемендәге Дорогин мәктәбенән Милена Парушкина еңеүсе булды (уҡытыусыһы Р. Кашапова). И. А.Пикунов исемендәге Дорогин мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Айсар Сәйетгәрәев (уҡытыусыһы Р. Кашапова) һәм Алексеевка мәктәбенең 11-се класы уҡыусыһы Вилдан Мостафин (уҡытыусыһы Р. Хәмитова) олимпиада призерҙары тип танылды.
-Үҙенең туған телен ихтирам иткән, алға ынтылыусан, маҡсатлы,тырыш уҡыусыларыбыҙ менән хаҡлы ғорурланабыҙ. Уларҙың республика кимәлендә күрһәткән һөҙөмтәләренә сикһеҙ шатланабыҙ. Эшемдең һөҙөмтәһен күреүҙән дә оло ҡыуаныс кисерҙем. Регион-ара олимпиадаға уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусы булараҡ, мин дә был мәртәбәле сарала бик теләп ҡатнаштым.Төрлө район-ҡалаларҙан йыйылып килгән уҡытыусылар менән аралашып, тәжрибә уртаҡлаштыҡ. Башҡарған эшенә башкөллө ғашиҡ уҡытыусылар менән танышып, артабан да ижади эшләргә көс, дәрт алдым. Олимпиаданы ойоштороусыларға барыһы исеменән дә оло рәхмәтемде еткерәм, - тип һөйләне Алексеевка мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Резедә Ризалун ҡыҙы Хәмитова.

Олимпиадала белемен иҫбатланылар
Олимпиадала белемен иҫбатланылар
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: