Йәйғор
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Март , 15:02

Башҡорт йолаларының вариҫы

Өфө районының Дорогин ауылында йәшәүсе Гөлсөм Хөсәйенованың ғәжәп шөғөлө бар. Ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеменең тулы коллекцияһын булдыра.

Башҡорт йолаларының вариҫы
Башҡорт йолаларының вариҫы

Өфө районының Дорогин ауылында йәшәүсе Гөлсөм Хөсәйенованың ғәжәп шөғөлө бар. Ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеменең тулы коллекцияһын булдыра.
Хәҙерге заманда кибеттәрҙә һатылмаған нәмәләр ысын күңелдән һоҡланыуға лайыҡ. Ҡул оҫталары үҙ ваҡытын һәм көсөн йәлләмәйенсә, үҙенсәлекле әйберҙәр яһай. Уларҙың күптәре дизайн һәм стиль өлкәһендә үҫешә, мәҙәни йолаларҙы дауам итә, тәжрибәһен башҡаларға тапшыра. Бынан тыш, ҡул эше – бик яҡшы антидепрессант, күңелгә тыныслыҡ ҡайтарырға, ә башыңда тәртип урынлаштырырға ярҙам иткән медитация. Дорогин ауылынан Гөлсөм Хөсәйенова, үҙенең мауығыуы тураһында һөйләгәндә, бөтә буш ваҡытын уға бағышлаған эш, оҫтаға ижад һәм күңел ялы өсөн мөмкинлектәр бирә, тип билдәләй. Ысын материалдарҙан һәм боронғо һыҙмаларҙан йәш ҡатын башҡорттарҙың традицион кейемен тергеҙә.
Хан ҡыҙы
Төп белеме буйынса Гөлсөм Хөсәйенова бухгалтер-иҡтисадсы. Тыуған Бөрйән районында мәктәпте тамамлағандан һуң ул Өфөгә килә: эшләй һәм уҡый башлай, урта махсус белем ала. Буласаҡ ире Хәйбулла районы егете Салауат менән таныша. Тиҙҙән йәш ғаиләләр өсөн программа буйынса уларҙың ғаиләһе Дорогин ауылында йорт һатып ала.
- Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемен кейгән өләсәйем Бибикамал оҫта булды: балаҫ, келәм һуға, үҙенә һәм балаларға күлдәктәр тегә ине, - тип һөйләне Гөлсөм Зиннур ҡыҙы ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһыныуының сығанаҡтары хаҡында. - Бала сағымда мин йомшаҡ уйынсыҡтар, ҡурсаҡтар өсөн милли кейем тегеп өйрәндем. Ҡалаға күсеп килгәс, онотолоп торған был һөнәремде, 2010 йылда декрет ялында тергеҙеп, яратҡан ҡул эштәре менән шөғөлләнеүемде дауам иттем. Иң башта кәнфит һәм ҡағыҙҙан букеттар, фоамиран һәм таҫманан таҫмалар яһап, ҡурсаҡтар тектем.
Ә 2017 йылда Гөлсөм билдәле рәссам, дизайнер, этнограф һәм башҡорт милли кейеме реконструкторы Илдар Ғатауллин менән таныша һәм уның оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша. Рәссамдың дәрестәрендә ул боронғо тегеү нигеҙҙәрен, милли кейем эшләү технологияһын үҙләштерә. Һуңынан музейҙарға үҙаллы йөрөй башлай, ата-бабаларҙың ниндәй кейем кейеүе һәм уны нисек тегеүҙәре тураһында белем туплау өсөн боронғо фотоһүрәттәрҙе өйрәнә. Ошо нигеҙҙәргә эйә булған Гөлсөм Хөсәйенова үҙенең костюмдарын эшләй башлай. Оҫтаның бөтә кәрәкле ҡорамалдары бар: ике тегеү машинаһы, ябай һәм һөнәри, быраулау станогы (тимер аҡсаларҙа тишек эшләү өсөн), кирге (мәҫәлән, ҡурған һәм төньяҡ-көнсығыш комплекстарының кейемдәре сигеү тамбур еп һәм шыма менән биҙәлергә тейеш). Күптән түгел йәш ҡатын туҡыу станогын һатып алған. Әҙер булған көньяҡ-көнсығыш кейем комплексы өсөн сәкмән (аҡ йөндән оҙон халат) тегеү өсөн кәрәкле туҡыма станокта әҙерләнәсәк.
- Бөгөнгө көнгә мин башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеменең 11 тулы комплектын тектем. Улар минең өйөмдә, айырым бүлмәлә һаҡлана, - тип һөйләй Гөлсөм Зиннур ҡыҙы үҙенең «Хан ҡыҙы» кейем коллекцияһы тураһында. - Башҡорттарҙа ғәҙәттәгесә ете кейем комплексы айырылып тора, әммә һәр комплекстың сигеү, күкрәк биҙәүестәренең варианттары бар. Уларҙың барыһын да үҙ коллекциямда тәҡдим итергә теләйем. Тағы ике костюм эшләргә ҡала – төньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнбайыш, һәм минең бөтә йыйылмам буласаҡ.
Кейем өсөн туҡымаларҙы оҫта боронғо технология буйынса материал эшләгән реконструкторҙарҙан һатып ала. Йәки өй туҡымаһын һатып алып, уны үҙе кәрәкле төҫкә буяй. Ювелир изделиеларына ул бер оҫтаға заказ бирә, ул боронғо биҙәүестәрҙән бик яҡшы күсермәләр яһай.
500 марафонсы
Дорогин ҡул эштәре оҫтаһы тегеп кенә ҡалмай, башҡаларҙы үҙ оҫталығына өйрәтә, социаль селтәрҙәрҙә бушлай марафондар алып бара. Уның төркөмөнөң «Хан ҡыҙы» битендә ете меңдән ашыу яҙылыусыһы бар, ә марафонсылар - оҫталыҡ дәрестәрендәге 500-гә яҡын кеше, бөтә Рәсәйҙән: Башҡортостан, Удмуртия, Төмән, Нефтеюганскиҙан һәм башҡа ҡалаларҙан әүҙем ҡатнаша. - Марафонда, мәҫәлән, күкрәккә тағыла торған биҙәүестәр яһайбыҙ. Ике аҙна эсендә марафонда ҡатнашыусыларға райондар буйынса айырылып торған төрлө һаҡал төрҙәрен күрһәтәм.Биҙәүестәрҙе нисек эшләргә, ниндәй материалдар кәрәклеген, ниндәй күләмдә, уларҙы кемдән һатып алырға кәрәклеген ентекләп һөйләйем. Видеояҙма төшөрәм, унда нисек һаҡал тегеү, уға сәйлән теҙеү,нигеҙ эшләүҙе аңлатам, - тип һөйләй марафонсылар менән башҡарған эше тураһында Гөлсөм Зиннур ҡыҙы. – Ҡатнашыусылар задание үтәй һәм өс көн һайын миңә отчет ебәреп тора. «Хан ҡыҙы» төркөмөндә мин марафонсылар альбомын булдырҙым, унда әҙер эштәрҙе туплайым. Финалда бөтә ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырам. Күкрәк биҙәүестәре, күлдәк, камзул, салбар, түбәтәй, ҡалпаҡ, ҡашмау (ҡатын-ҡыҙ баш кейеме), ҡорама (сигеүле япма) әҙерләү буйынса марафондар уҙҙы ла инде. Яңы йыл байрамдарынан һуң иң ҡатмарлы, 13 марафон үтте, уның барышында ҡатнашыусылар елән текте. Марафондар артабан да дауам итә, көн һайын төркөмгә тегергә өйрәнергә теләгән яңы ҡатнашыусылар өҫтәлә бара.
Күргәҙмәләр, форумдар, төшөрөүҙәр
Гөлсөм Хөсәйенованың һәләте һәм оҫталығы, ата-бабаларының мәҙәниәтен һәм көнкүрешен тергеҙеү ынтылышы юғары кимәлдә баһалана. 2019 йылда уҡ Силәбе өлкәһендәге фестивалдә ул сигеү һәм костюмдар буйынса Гран-при ала. 2022 йылдың октябрендә III халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының «Тамға» номинацияһында 1-се урын яулай. 2023 йылдың сентябрендә уға Асҡын районында «Башҡорт традициялары вариҫтары» беренсе асыҡ халыҡ ижады фестивалендә Гран-при тапшырылды. Оҫта 2023 йылдың сентябрендә Шишмә районының “Патриот” паркында уҙған «Башҡортостан һәм Русь. Дөйөм тарих» фестиваленең “Башҡорт күсмәһе” майҙансығы эшендә ҡатнашты. Саҡырылған белгес сифатында Гөлсөм Хөсәйенова 2023 йылдың ноябрендә BASH.LINGUA йәштәр мәҙәни-мәғариф этнофорумында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары костюмы дефилеһына үҙ фекерен әйтеп ишеттерҙе. «Иң яҡшы һөнәрсе – 2023» республика конкурсының «Этнографик өлгөләргә ярашлы халыҡ кейемен һәм уның элементтарын эшләү буйынса иң яҡшы оҫта» номинацияһында Дорогин ҡул эштәре оҫтаһы 1-се урын алды. Ул даими рәүештә реконструкторҙар йыйылған «Река времени» сараларында ла ҡатнашты. Милли кейем көнөнә, «АРТ-Ҡоролтай» III Мәҙәни форумында әүҙем ҡатнашҡаны һәм Башҡортостан Республикаһында халыҡ ижадын пропагандалағаны өсөн ул 2023 йылда Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаты тапшырылды. Ә Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Республика Башлығы Радий Хәбиров уны Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен, мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләне. Шулай уҡ Гөлсөм Хөсәйенова, башҡа реконструкторҙар, этнографтар һәм башҡорт милли кейеме оҫталары араһында, режиссер Һәм фотограф Гөлназ Ғәлимуллинаның «Монисто» документаль фильмы геройы булды.
Былар барыһы ла, Гөлсөм Хөсәйенованың ҡыҫҡа, әммә бик сағыу тәьҫорат ҡалдырған осрашыу ваҡытында һөйләп өлгөргән ҡаҙаныштарының бик аҙ ғына өлөшө.
Хыялдар һәм пландар тураһында
40 йәшлек Гөлсөм Хөсәйенованың күп балалы әсәй икәнен белгәс, аптырап ҡалдым. Өлкән ҡыҙҙары Алтынайға -13 йәш, Сулпан 11 йәштә. Ҡыҙҙар мәктәптә уҡый. Өс йәшлек Тамерлан балалар баҡсаһына йөрөй. Нисек итеп бар эштәргә лә өлгөрәһең тигән һорауға, уңған ҡатын, мөләйем әсәй бына нимә тип яуап бирҙе:
- Мин быяла заводында техник тикшереү бүлеге контролеры булып эшләйем, эш графигым яйлы булғанға күрә, яратҡан ҡул эштәремә ваҡытым бар. Шулай уҡ барыһына өлгөрөргә, күп нәмәгә өйрәнергә теләк бар. Ҡыҙҙарым миңә бар эштәрҙә ярҙам итә, уларҙы ла халыҡ оҫталығына йәлеп итәм. Минең мауығыуымды ирем дә хуплай.
Гөлсөм Хөсәйенова Башҡортостандың төрлө райондарынан милли мәҙәниәткә һөйөү, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары булған ун оҫта ҡыҙҙың дуҫлашыуы хаҡында ла һөйләне. Хәҙер улар Өфөлә даими осраша, бер-береһе менән мәғлүмәт, яңылыҡтар, фотоһүрәттәр менән уртаҡлаша. Ҡул эштәре оҫталары үҙ берләшмәһен “Самрау” тип атаған.
-Күңелемде шатландырырҙай, ижад итеү өсөн мөмкинлектәр биргән, үҙ сығанаҡтарына, тамырҙарына, йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ылыҡтырырҙай шөғөлөмдө булдырырға теләйем. Ҡуртымға бина алып, оҫтахана ойоштороп, унда тегеү, бушлай уҡытыу, тамашалар үткәреү, әҙер кейем һатыу - минең күптәнге хыялым, - тип үҙ пландары менән уртаҡлашты Гөлсөм. - Был йүнәлештә артабан да үҫешергә теләйем, сөнки был мәсьәләне тәрәнерәк өйрәнгән һайын, ижади үҫеш өсөн идеялар күбәйә бара. Был бөтмәҫ - төкәнмәҫ тема тип иҫәпләйем.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: