Йәйғор
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Апрель , 14:30

“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсына һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды

Бер нисә көн дауам иткән конкурста республика, күрше өлкәләрҙән 55 уҡытыусы ҡатнашты. Улар араһынан Благовещен ҡалаһының Михаил Киняшов исемендәге 6-cы мәктәп уҡытыусыһы Гөлнара Дәүләтбаева конкурстың бөтә этаптарын уңышлы үтеп, үҙ көсөн һынаны һәм финалға сыҡты.

Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсына һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсына тантаналы шарттарҙа йомғаҡ яһалды.
29-сы тапҡыр үткәрелгән төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы еңеүселәрен Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры Әлмира Ямалетдинова, Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры, башҡорт теле, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина, йәмәғәт эшмәкәре, блогер Рөстәм Нәбиев һәм башҡа билдәле шәхестәр ҡотланы. Улар конкурстың еңеүселәрен, шулай уҡ барлыҡ ҡатнашыусыларҙы һәм лауреаттарҙы ихлас теләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары, бағыусылар әҙерләгән ҡиммәтле бүләктәр менән тәбрикләне.
Бер нисә көн дауам иткән конкурста республика, күрше өлкәләрҙән 55 уҡытыусы ҡатнашты. Улар араһынан Благовещен ҡалаһының Михаил Киняшов исемендәге 6-cы мәктәп уҡытыусыһы Гөлнара Дәүләтбаева конкурстың бөтә этаптарын уңышлы үтеп, үҙ көсөн һынаны һәм финалға сыҡты.
– Иң һәләтле, иң абруйлы уҡытыусылар йыйылған конкурста ҡатнашып, билдәле бер һөҙөмтәләргә ирешә алыуым менән бик ҡәнәғәт мин. Минән оло яуаплылыҡ талап иткән һөнәремә күп йылдар тоғро ҡала алғаным менән бик ғорурланам. Эшемде, уҡыусыларымды яратам. Конкурста еңеүем дә, улар менән уртаҡ хеҙмәт һөҙөмтәһе тип иҫәпләйем. Бер нисә көн дауам иткән конкурс барышында асыҡ дәрес, оҫталыҡ класы күрһәттем, ата-әсәләр менән диалогта, матбуғат конференцияһында ҡатнаштым. Иң мөһиме, яңы хеҙмәттәштәр таптым, уларҙың эш тәжрибәһен өйрәндем, – тип һөйләне башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Дәүләтбаева.
Гөлнара Фридрих ҡыҙын яҡындары , хеҙмәттәштәре лә республика кимәлендәге еңеүе менән ихлас ҡотлай. Беҙ ҙә барлыҡ теләктәргә ҡушылабыҙ. Абруйлы мөғәллимәгә уңыштар, яңынан-яңы еңеүҙәр юлдаш булһын!

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: