Йәйғор
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Июнь , 15:15

Рималь Сираев физика буйынса имтихан өсөн максималь йөҙ балл алған

Рималдең һеңлеһе Эльнара ла быйыл ошо уҡ мәктәптең 9-сы класын тамамлап, төп дәүләт имтихандарын тик яҡшы билдәләргә тапшырған

Благовещен ҡалаһының М. Киняшов исемендәге 6-сы мәктәпте быйыл тамамлаған Рималь Сираев физика буйынса имтихан өсөн максималь йөҙ балл алған. Башҡа предметтар буйынса ла уның һөҙөмтәләре юғары: профилле математиканан имтихандарҙы - 95, рус теленән 86 балға тапшырған.
Йөҙ балл йыйған егет физиканы һәр ваҡыт яратҡанын, шуға күрә лә, һис шикһеҙ, имтихан өсөн тап ошо предметты һайлағанын һөйләне. Хәҙер Рималь юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнә. Егет документтарын Башҡортостан, Ҡазан һәм Санкт-Петербургтағы уҡыу йорттарына тапшырырға ниәтләй.
- Уҡыуға һәм эшкә һөйөүгә, намыҫлылыҡ, изгелек кеүек сифаттарға беренсе уҡытыусым Лилиә Маликова өйрәтте. Юғары кластарҙа беҙ класс етәкселәребеҙ - Ольга Доронина һәм Елена Махневаның ҙур ярҙамын тойҙоҡ. Уҡытыусы Наилә Зәйниева биргән төплө белем аша физика фәнен 100 балға тапшыра алдым. Башҡа уҡытыусылар ҙа һүҙ һәм эштәре менән ярҙам күрһәтте. Мине гел маҡтап, ҡанатландырып торған, яҡшы уҡыр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырған ата - әсәйемә ҙур рәхмәт, - тип уртаҡлашты егет.
Рималдең һеңлеһе Эльнара ла быйыл ошо уҡ мәктәптең 9-сы класын тамамлап, төп дәүләт имтихандарын тик яҡшы билдәләргә тапшырған.
Афарин, ағалы-һеңлеле Сираевтар! Алда ла уңыштар, яңы башланғыстар һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ бәхетле мәлдәр көтөп торһон. Илебеҙ өсөн кәрәкле белгес һәм лайыҡлы шәхес булырға яҙһын.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: