Быйылғы уҡыу йылында 4-се мәктәпте 117 бала тамамланы. Улар араһында уҡыу алдынғыһы, быйыл махсус өлгөлө аттестат алған Варвара Харламова ла бар. Учреждениеның директоры Лариса Титоренко һүҙҙәренсә, тағы ла 10 сығарылыш уҡыусыһына юғары һөҙөмтә өсөн бер нисә генә балл етмәгән.
- Имтихандарҙы яҡшы билдәләргә тапшырҙым. Мотлаҡ предметтарҙан тыш, физика һәм математиканы һайланым. Теүәл фәндәрҙе бик яратам. Киләсәктә әсәйем кеүек уҡытыусы йәки программалаштырыуға бәйле булған һөнәр һайларға теләйем, - ти Варя. - Ә әлегә мине 10-11 кластарҙа уҡыу көтә.
9-сы класты быйыл спорт аэробикаһы буйынса спорт мастерлығына кандидат Дарья Вервельская ла тамамлаған. Класс етәксеһе Тамара Глухова әйтеүенсә, Даша спортсы һәм һылыу ғына түгел, аҡыллы ла. - Ике ҡыҙ ҙа яуаплылар, тәртиплеләр һәм алға ынтылыусандар. Киләсәктә Берҙәм дәүләт имтиханында улар 100 балл да йыя алыр, тип уйлайым, - ти Тамара Михайловна.
Бер аҙ өлкәйгән, матур, ҡупшы, бер үк ваҡытта бер аҙ моңһоу һәм бәхетле егеттәр һәм ҡыҙҙар, үҙҙәренең остаздарына - уҡытыусыларға, ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларҙың ата-әсәләренән дә изге, ихлас һүҙҙәр яңғыраны. Улар уҡытыусыларға матур кәңәштәре, хәстәрлеге, ғәҙел баһалары, ҡыҙыҡлы дәрестәре, сикһеҙ һөйөүе өсөн оло рәхмәттәрен белдерҙе.
- Киләсәктә бөйөк илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булыуығыҙ. Һеҙгә аҡ юлдар, бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ-ҡыуаныстар, уңыштар, ҙур башланғыстар һәм оло еңеүҙәр теләйбеҙ, - тип мөрәжәғәт итте сығарылыш уҡыусыларына Лариса Вениаминовна.