+8 °С
Облачно


Район-ара «Йәйғор» гәзитенең баш мөхәррире Дилбәр Хәмитова һәм уның хәбәрселәре «Башҡорт теленән халыҡ - ара диктант яҙыу – 2026» акцияһында әүҙем ҡатнашты.
Диктанттың маҡсаты — башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған телде өйрәнеүгә киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен үҫтереү.
«Был акция грамоталылыҡты тикшереү генә түгел. Патриотизм, өлкәндәргә хөрмәт, үҙ еренә һәм уның теленә һөйөү дәресе. Ул беҙҙе рухи мираҫты һаҡларға, бер ҙур ғаилә булып йәшәргә өйрәтә. Тел тере саҡта — халыҡ тере», - тине Дилбәр Хәмитова.