Йәйғор
+10 °С
Облачно
Мәғариф
2 Сентября , 03:56

Уҡытыусы – илһөйәрлек үрнәге

Анатолий Назаров – уҡыусылары өсөн ябай уҡытыусы ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә ныҡлыҡ, батырлыҡ һәм кешелеклелек өлгөһө

Уҡытыусы – илһөйәрлек үрнәгеУҡытыусы – илһөйәрлек үрнәге
Уҡытыусы – илһөйәрлек үрнәге

Ильино-Поляна ауылы мәктәбенең хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре уҡытыусыһы Анатолий Назаров юғары дәүләт наградаһына – «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Педагогик эшмәкәрлектәге оҙаҡ йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте, үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә индергән ҙур өлөшө өсөн бирелгән был исем – уҡытыусының юғары профессионализмының һәм үҙ эшенә булған сикһеҙ мөхәббәтенең күрһәткесе.

Район хакимиәте башлығы Анна Карабанова Анатолий Дмитриевичты был ҙур уңышы менән ҡотлап, уның эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе.
— Анатолий Назаров – ысын мәғәнәһендә илһөйәр педагог. Ул уҡыусыларына белем биреп кенә ҡалмай, уларҙың күңелендә Ватанға һөйөү, намыҫ һәм яуаплылыҡ тойғоларын тәрбиәләй. Уның тәрбиәләнеүселәре район, республика кимәлендәге ярыштарҙа һәм олимпиадаларҙа даими рәүештә юғары һөҙөмтәләр күрһәтә, — тип билдәләне Анна Николаевна.

Анатолий Назаров – уҡыусылары өсөн ябай уҡытыусы ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә ныҡлыҡ, батырлыҡ һәм кешелеклелек өлгөһө. Ул үҙенең шәхси үрнәге менән балаларҙа ил һаҡсыһы булыуҙың ни тиклем мөһим икәнен һеңдерә. Уның дәрестәрендә уҡыусылар хәрби әҙерлек серҙәренә генә түгел, ә тормоштағы ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға, берҙәм булырға өйрәнәләр.

Ильино-Поляна мәктәбе уҡытыусыһының был уңышы – бөтә район мәғариф системаһы өсөн ғорурлыҡ. Анатолий Дмитриевич кеүек фиҙакәр педагогтар булғанда, киләсәк быуындың ышаныслы ҡулдарҙа икәнлегенә шик юҡ.


Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас