

Мәғариф өлкәһендәге юғары профессионаллыҡ һәм инновацион ҡараш сик белмәй. Быны тағы бер тапҡыр 16-сы «Росинка» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Мария Рәхимова иҫбатланы. Ул Минскиҙа үткән IV Халыҡ-ара педагогик оҫталыҡ фестивалендә уңышлы сығыш яһап, «Тәрбиәсе» номинацияһында өсөнсө урынды яуланы.
Масштаблы сара СНГ ҡатнашыусы дәүләттәрҙең IX уҡытыусылар һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре съезы сиктәрендә ойошторолдо. Форум Рәсәй, Белоруссия, Ҡазахстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Түркмәнстан һәм Үзбәкстандан килгән йөҙҙәрсә педагогты берләштерҙе. Сараның төп темаһы – заманса ҡыйынлыҡтар шартында мәғариф өлкәһендә интеграция процесстарын көсәйтеү, үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүҙең яңы юлдарын эҙләү һәм иң яҡшы педагогик тәжрибәләр менән уртаҡлашыу булды.
Ошондай ҡатмарлы һәм көнәркәшлеккә бай мөхиттә Мария Рәхимова үҙ республикаһын лайыҡлы тәҡдим итте. Ул абруйлы халыҡ-ара жюри хөкөмөнә үҙенең авторлыҡ проектын – «Этнокомпонентлы яҡшы уйындар» темаһына арналған мастер-классын тәҡдим итте. Педагогтың милли колоритты заманса белем биреү технологиялары менән оҫта үреп ебәреүе, балаларҙың рухи-әхлаҡи тәрбиәһенә ҡарата үҙенсәлекле ҡарашы эксперттар тарафынан юғары баһаланды.
Мария Рәхимованың был еңеүе – тик уның шәхси уңышы ғына түгел, ә бөтә республика мәғариф системаһының юғары кимәлдә булыуының күрһәткесе. Уның тәжрибәһе киләсәктә лә башҡа педагогтар өсөн илһам сығанағы булып хеҙмәт итәсәк.
Беҙ Мария Рәхимованы был ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар, яңынан-яңы бейеклектәр яулауын теләйбеҙ!