Өфө районының Миловка паркында “Мәғариф” милли проект сиктәрендә 1225 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп асылды.
“Гармония” исеме аҫтында асылған был заманса белем усағы яҡын тирәләге балалар һаны күп булған мәктәптәрҙе бушатып, уҡыусыларға сифатлы белем биреү мөмкинлегенә эйә. Миловка паркы, Мармылево, Начапкино ауылдары, бер нисә баҡса йәмғиәттәренән был мәктәпкә килгән 300 бала 1-8 кластарҙа уҡый башлаған.
Үҫеп килгән йәш быуындың төрлө яҡлап ныҡлы үҫеше өсөн бында 3Д кластары, физкультура-спорт зонаһы, телевизион студия, көршәксе оҫтаханаһы, “Реаниматор” тренажер комплексы, малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн хеҙмәт кабинеттары асылһа, ә мөмкинселектәре яғынан сикле булған балаларға спорт ҡоролмалары ҡуйылған.
Һуңғы өс йылда районда “Спутник”, “Олимп”, “Знание”, белем үҙәктәре, Жуковта “Уңыш мәктәбе”, Дмитриевка, Зубов, Миловка, Алексеевка ауылдарында балалар баҡсалары үҙ ишектәрен асҡан. 825 урынға иҫәпләнгән Булгаков ауыл мәктәбе лә быйыл сафҡа индерәләсәк.
Миловка паркында йәшәгәндәр өсөн яңы асылған мәктәп күптән көтөп алынған ҡыуаныс. Бында шатлыҡ балҡышы, замана рухы, киләсәк шаңы, яңылыҡ һәм белем мөхите аңҡый. Иң мөһиме, һәр йәш быуын вәкиле өсөн һөйөклө мәктәбе алыҫтан шулай нур сәсеп балҡый, үҙенә әйҙәй...