Благовещен районына «Экология» милли проектының «Ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү системаһы» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Экология министрлығы һатып алған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар партияһы килде.
Был хаҡта район хакимиәтенең төҙөкләндереү һәм коммуналь хужалыҡ секторы мөдире Ләйсән Бурундукова һөйләне. Бөгөнгө көндә Благовещенда күк (72 берәмек), һары (72 берәмек) һәм ҡыҙыл (6 берәмек) төҫтәге контейнерҙар ҡуйылған, улар ярашлы рәүештә ҡатырға, пластик һәм быяла өсөн тәғәйенләнгән. Ләйсән Венер ҡыҙы әйтеүенсә, ваҡыт үтеү менән улар СанПиндың бөтә талаптарына яуап биргән майҙансыҡтарҙа ҡуйыласаҡ. Район ауылдарында йәнә 50 аҡһыл көрән төҫтәге контейнер ҡуйыласаҡ. Бында утилләштерелергә тейешле ҡоро сүп-сарҙы ташларға мөмкин буласаҡ.
Бындай контейнерҙарҙың йөкмәткеһен махсус “таҙа" сүп-сар ташыусы машиналар сығарасаҡ. Сүп-сар сорттарға айырғандан һуң эшкәртеүгә ебәреләсәк.
"Хөрмәтле ҡулланыусылар, аҙыҡ - түлек менән ҡатнаш ҡалдыҡтарҙы айырым туплау өсөн контейнерҙарға ташламауығыҙҙы һорайым, - тип мөрәжәғәт итә Ләйсән Бурундукова. Ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу-сүплектәрҙә һәм полигондарҙа урынлашҡан ҡалдыҡтар күләмен кәметергә, тимәк, планетаның таҙалығын киләсәк быуын өсөн һаҡларға мөмкинлек биргән ябай ҡарар”.