Бөгөн Благовещен халҡы өсөн иң тулҡынландырғыс темаларҙың береһе - гидротехник ҡоролманы ремонтлау. 20 апрелдә төп һыу ағыҙыу ҡоролмаһы емерелеү сәбәпле халыҡ күп ауырлыҡтарға юлыҡты. Бындай хәлдән һуң ҡаланың бер осонан икенсеһенә трасса аша ғына барып етергә мөмкин.
Район хакимиәте башлығы Олег Голов хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм төбәк ведомстволары менән берлектә килеп тыуған проблеманы тиҙ арала хәл иткәндәр.
-Быуа тулы булғанда, әлбиттә, барыһы ла яҡшы ине. 2021 йылда Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы ("Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты буйынса) юлды реконструкциялай башлағас, беҙ унда ярыҡ таптыҡ. Был юл участкаһына асфальт түшәмәй, ярыҡты тикшерә башланыҡ. Өҫтөнә емерелеү хәүефен кәметеү өсөн плитәләр һәм билдәләр ҡуйҙыҡ. Ҡабул ителгән саралар дамбаны һаҡлап ҡалырға һәм ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәлдәргә килтереүе ихтимал булған киҫкен һәм нигеҙһеҙ хәүефкә юл ҡуймаҫҡа ярҙам итте. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юлда ҙур йөк машиналары йөрөүен дауам итеү сәбәпле ошо хәлдә ҡалдыҡ, - тип аңлатма бирҙе Олег Евгеньевич. - Ярыҡты тапҡас, шунда уҡ уйлана башланыҡ һәм проектҡа заказ бирҙек.
Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Завгородний һүҙҙәренсә, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы комиссияһында уны тиҙ арала раҫлап, дәүләт экспертизаһын да оператив эшләгәндәр.
-Быйыл быуаны яңынан тултыра башлағанда ярыҡтың ҙурая барыуы күҙгә ташланды. Тап шул арҡала упҡын барлыҡҡа килгән дә инде. Хәҙер, хәл киҫкенләшкәндән һуң, уның ниндәй саралар менән тергеҙелеүен уйлайбыҙ. Июндә башланасаҡ ремонт эштәре проект буйынса 4,5 айға планлаштырылған. Был эштәргә бюджеттан аҡса бүленде. Тиҙҙән аукцион аша үткән подрядсы ремонтҡа сығыр,- тине С.Завгородний.
Шулай уҡ Олег Голов, урау юл төҙөү мәсьәләһе әле уйланылыуын да һөйләне. “Өфө-Яңауыл” трассаһын дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеү тәҡдиме менән беҙ БР Хөкүмәтенә сыҡтыҡ. Хәҙер был трассала яҡтыртыу бар, киләһе йылда тротуар төҙөләсәк. Яҡын арала тағы ла бер светофор ҡуйырбыҙ», - тип билдәләне район хакимиәте башлығы.