Йәйғор
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Июнь 2023, 13:57

Йәштәр паспортлы булды

Тантаналы шарттарҙа йәш шишмәләргә тәүге төп документ - Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты тапшырылды. 14 йәшлек ҡыҙ һәм егеттәргә паспортлы булды.

Йәштәр паспортлы булды
Йәштәр паспортлы булды

“Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты йүнәлештәренең береһе уҡыусыларҙа патриотик һәм гражданлыҡ хистәрен тәрбиәләүҙе күҙаллай. Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын тапшырыу тантанаһы, тормоштағы мөһим ваҡиға булараҡ, балаларға уның әһәмиәтен аңларға, Тыуған иленә һөйөү тәрбиәләргә булышлыҡ итә.

Тантаналы шарттарҙа йәш шишмәләргә тәүге төп документ - Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты тапшырылды. 14 йәшлек ҡыҙ һәм егеттәргә паспортлы булды.

Бүләкләү тантанаһы РФ Эске эштәр министрлығының Шишмә районы буйынса бүлексәһенең миграция мәсьәләләре бүлеге начальнигы Алмаз Ҡарасурин етәкселегендә үтте. Ул был мөһим документты тапшырып, оло тормош юлына баҫыусыларға уңыштар теләне һәм иҫтәлекле бүләктәр бирҙе.

- Кеше тормошонда мөһим ваҡиғалар шаҡтай булһа ла, паспорт алыу айырыуса иҫтә ҡала торғанылыр. Паспорт тапшырыу - Рәсәй гражданының тормошонда күңелгә үтеп инерлек иҫтәлекле бер мәл булып тора. Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙе был мөһим көнөгөҙ менән ҡотлайым! Үҙ илегеҙҙе, гражданлығығыҙҙы һаҡлағыҙ һәм Тыуған илгә тап төшөрмәгеҙ, – тине сара аҙағында Алмаз Ҡарасурин.    

Йәштәр паспортлы булды
Йәштәр паспортлы булды
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: