Бөгөн мәҙәниәтте үҫтереү үҙәгендә “Рәсәй Эше. Мөмкинлектәр ваҡыты”Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһе үтте. Унда ҡала һәм райондың 30-ҙан ашыу предприятиеһы үҙ вакансияларын тәҡдим итте.
Вакансиялар йәрминкәһенә тәүгеләрҙәнбулып Регина Ситдиҡова килде. Ҡыҙ Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалығы колледжының Благовещен филиалын тамамлай. Ул «ПОЛИЭФ» акционер йәмғиәтенә эшкә урынлашыу тураһында хыяллана.
- Был предприятиеға экскурсияға барғайным, унда бик оҡшаны. Бында эшләгән бөтә таныштарҙа предприятие тураһында яҡшы фекер йөрөтә. Перспективалары булған ойошмала эшләйәсәгемә һәм үҙ көсөмә ышанам, - тип уртаҡлашты ҡыҙ. - Шулай уҡ футбол менән мауығам һәм был предприятиела эш менән бергә спортты ла берләштерә алыуымды теүәл беләм.
Благовещен күп профилле һөнәри колледжының өсөнсө курс студенттары Максим Беляев, Антон Милютин һәм Олег Жуков йәйге каникул осоронда эш табырға теләй. Йәштәр Берләштерелгән металлургия компанияһының Благовещен заводы тәҡдим иткән вакансиялар менән ҡыҙыҡһынды.
- Ата-әсәләрҙән һорарға түгел, ә үҙем аҡса эшләргә теләйем, - ти егеттәр.
Дәғүәселәр араһында урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар һәм студенттар ғына түгел, өлкәндәр ҙә була. Уларҙыңҡайһыберҙәрерәсмибулмағанрәүештәэшкәурынлаштырылған, әммә «аҡ» эшхаҡыалырғателәй.
"Кешеләр минималь эш хаҡы булмаған, йышыраҡ юғары эш хаҡы түләнгән эш эҙләй, - ти халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Ирина Гордеева. - Бәлиғ булмағандарҙан мөрәжәғәттәр бик күп. Ял көндәрендә улар ваҡытын бушҡа сарыф итергә теләмәй, ә кеҫәсы ғымдарына аҡса эшләргә теләй. Студенттар иһә ирекле уҡыу графигына күсергә һәм эшкә урынлашырға, шунда уҡ стажировка үтергә теләй. Уларҙы «Косметик фабрикаһы», «Рус купорос компанияһы», Берләштерелгән металлургия компанияһының Благовещен заводы һәм башҡа предприятиелар ҡабул итергә әҙер”.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Рәсәй Эше. Мөмкинлектәр ваҡыты” Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһе “Демография” милли проекты ярҙамында Рәсәйҙең 1,3 меңдән ашыу майҙансыҡтарында үтә.