«Ижади кешеләр» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Мәҙәниәт» милли проекты 2023 йылда ауыл мәҙәниәт учреждениеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға субсидиялар биреүҙе хәл итте.
Ошо маҡсаттан сығып Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәрен һайлап алыу конкурсында Благовещен районы Илек ауыл китапханаһының төп китапханасыһы Зилә Рифҡәт ҡыҙы Ғәйетҡолова республиканың ауыл ерендәге мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында иң яҡшы хеҙмәткәр тип билдәләнде.
Зилә Рифҡәт ҡыҙы күп йылдар дауамында ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән, үҙ эшен яратып башҡарған, ижади ҡарашлы кеше. Ауыл халҡы һәм китап һөйөүселәр менән даими эш алып барған китапханасы Бөтә Рәсәй, республика, район конкурстарында, акцияларҙа әүҙем ҡатнаша: “Библиосумерки”, “Библионочь”, “Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ”, “Киләсәкте һаҡлап. Ҡурсаулыҡ утрауҙарында”,«Китапханала Лермонтов шиғриәте көнө» «Китап бүләк ит», «Минең телем – дуçлыҡ теле»,« Мәңге яратҡан тыуған яҡ» төрлө кимәлдә уҙған акцияларҙа Илек китапханаһы ойоштороусылар тарафынан гел билдәләнеп килә. Ошоларҙы ойоштороп, халыҡты төрлө сараларға йәлеп итә белгән Зилә Рифҡәт ҡыҙының был эштәрҙә баһалап бөткөһөҙ өлөшө ҙур.